+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Август 2020, 11:00

Сағыу еңеүҙәр теләйем

Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, физкультура-спорт хәрәкәте ветерандары, физик культура һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе Физкультурниктар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Бөгөн районда үҙ сафтарына сәләмәт тормош яратыусыларҙы даими йәлеп итеүсе күмәк физкультура әүҙем үҫешә. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәштәребеҙҙең күпләп ҡушылыуын күреү бик шатлыҡлы. Күптәр өсөн спорт – ғаилә мауығыуы.
Физкультура һәм спортты һөнәрҙәре иткәндәргә айырыуса рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Үҙ өлгөһөндә физкультура һәм спорт менән һәр йәштә лә шөғөлләнеп булыуын күрһәтеүсе, көйәрмәндәрҙе спорттағы уңыштары менән шатландырыусы, спортсыларыбыҙҙың еңеүҙәренә үҙ көстәрен һалыусы, Ғафури районында физик культура менән спортты үҫтереүгә хеҙмәт итеүсе һәр кемгә бик рәхмәтлемен.
Һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ көс-дарман, оҙон спорт ғүмере, үҙ көсөгөҙгә ышаныс, яңы ҡаҙаныштар һәм сағыу еңеүҙәр теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: