+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Август 2020, 15:05

Спортты үҙ итеүселәр байрамы

28 июлдә Еҙем-Ҡаранда күсмә “Ғафури кубогы”на мини-футбол турнирының финал уйындары үтте. 2018 йылда Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан башланған был сара киң ҡолас алды. Турнир Еҙем-Ҡаранда тыуып-үҫеп, Өфөлә йәшәгән әүҙемсе, футболды яратҡан Вил Сибәғәтуллин, Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының “Граница” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ғафури районы бүлексәһе рәйесе Ришат Шаймарҙанов, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең элекке физкультура уҡытыусыһы, сик буйы ғәскәрҙәре ветераны Шамил Латипов идеяһы менән башлана. Ойоштороп үткәреүселәре лә тап ошо өсәү була. Уларға Сик буйы һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире Шамил Хәкимов ярҙам ҡулы һуҙа.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, был спорт сараһының маҡсаты традицион һәм үҙгәрешһеҙ ҡиммәттәр – халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, футболды популярлаштырыу, урам футболын үҫтереү, шулай уҡ уйын кимәлен һәм уйынсылар оҫталығын күтәреү. Ойоштороусылар һәр команданың үҙ формаһы булыу шартын ҡуйған, йәш сикләүе юҡ (14 йәштән алып ҡатнашырға була).
Тәүге йылда ике – Еҙем-Ҡаран һәм “Красноусол-2” командалары ғына үҙ-ара көс һынашып, һуңғыһының еңеүе менән тамамлана. Киләһе йылына 12 команда ҡатнаша һәм Сәйетбаба футболсылары еңеүгә ирешә. Спорт сараһының быйылғыһы мәрхүм булып ҡалған сик һағы ветераны Шамил Әхтәм улы Латипов иҫтәлегенә бағышланды.
Билдәле булыуынса, киҙеү менән бәйле футбол байрамы барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәп, этаплап уҙғарылды: башта командалар араһында һайлап алыу турниры үтте. Турнирҙар 18 июлдә башланып, был көндө “А” төркөмөндә алты команда көс һынашты. 25 июлдә футбол яланында “Б” төркөмөндә йәнә алты команда осрашты. Һөҙөмтәлә, 28 июлдә Еҙем-Ҡаранда үтәсәк финал уйындарында 8 команда: Красноусол футболсыларының ике командаһы ла, Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Аҡташ, Йөҙимән, Үзбәк-2 һәм Мораҙ командалары ҡатнашыу хоҡуғы алды.
Ниһайәт, сәмле, дуҫтарса уйын-осрашыу тамамланды. “Красноусол-1” футболсылары командаһы еңеү яуланы. Сәйетбаба футболсылары – 2-се, аҡташтар 3-сө урынға лайыҡ булды.
Айырыуса айырылып торған футболсылар Красноусолдан Илнур Биктимеров “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Марат Хажиев “Иң яҡшы һаҡсы”, Сәйетбабанан Альберт Сәйфуллин “Иң яҡшы һөжүмсе”, Аҡташтан Айгиз Әбсәләмов “Иң яҡшы йәш уйынсы” номинацияларында бүләкләнде.
Физкультура уҡытыусыһы Шамил Әхтәм улы Латиповтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған мини-футбол турниры еңеүсеһе “Красноусол-1” командаһына тантаналы шарттарҙа күсмә Ғафури кубогы тапшырылды. Турнирҙа ҡатнашыусылар ҙур спорт байрамын ойоштороусыларға рәхмәтле булып, ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты. Киләһе йылға ойоштороусылар футбол матчын райондың барлыҡ ауыл биләмәләрен дә йәлеп итеп, 32 команда араһында уҙғарырға планлаштыра.
Иҫтәлекле сараны ойоштороп уҙғарыуҙа күп көс һалған һәм ярҙам ҡулы һуҙған Вил Сибәғәтуллинға, Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары Ришат Шаймарҙанов, Салауат Батыршин, Фаил Байшөгөров, Андрей Курбатовҡа, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары Олег Афанасьев, Фәнүр Дәүләтбаев, Динар Шәмсетдинов, Василий Слободчиковҡа, район хакимиәтенең спорт секторы мөдире Шамил Хәкимовҡа, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе хакимиәтенә, шулай уҡ пограничник, десантсы ветерандарға рәхмәтле булды.
Читайте нас: