Һеҙҙең хеҙмәт – имен тормош һәм тотороҡлолоҡ нигеҙе. Уның һөҙөмтәһенә һәр кешенең йәшәү сифаты туранан-тура бәйләнгән. Район инфраструктураһының иң мөһим өлөштәре һеҙҙең ҡулдар менән ҡорола. Һеҙ төҙөлөш комплексының районыбыҙҙың тормош сифатын яҡшыртыуға һәм яңы йөҙөн булдырыуға йүнәлтелгән ышаныслы эшен тәьмин итәһегеҙ. Һеҙ кешеләргә өй туйлау шатлығы бирәһегеҙ, тормоштарын уңайлыраҡ, бәхетлерәк итәһегеҙ. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ һәм яуаплылығығыҙ, үҙ эшегеҙгә тоғролоҡ районыбыҙҙы яҡшыраҡ, матурыраҡ итергә булышлыҡ итһен.
Был тармаҡҡа ғүмеренең иң матур йылдарын арнаған ветерандарҙы, бөгөн унда хеҙмәт итеүсе, үҙ булмыштарын төҙөүселектә тапҡан барлыҡ кешеләрҙе ихлас ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, көс-дарман, яңы юғары һөнәри ҡаҙаныштар, бәхет һәм именлек теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.