-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Август 2020, 14:40

Ауылды айыҡтырыуҙы... ауылды эсереүселәргә ҡаршы көрәштән башларға кәрәк

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт хәрәкәте инициативаһы менән 2011 йылда айыҡ тормошто пропагандалау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыу, ауыл биләмәләренең һәм халыҡтың айыҡлыҡ өсөн көрәшен әүҙемләштереү маҡсатында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына нигеҙ һалынғайны. Конкурс йыл һайын уҙғарыла килеп, быйылғыһына 1 августа старт бирелде.

Ошо уңайҙан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтованың эш кабинетында “Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсының район этабын ойоштороу комитетының ултырышы үтте. “Айыҡ ауыл” республика конкурсы ике этапта, тәүгеһе - район этабы – ағымдағы йылдың 1 авгусынан 30 ноябргә тиклем муниципаль райондарҙың ауылдары араһында, икенсеһе – республика этабы – 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартынаса, район этабында еңеүсе ауылдар араһында үтә һәм йомғаҡ яһала. Конкурсҡа йомғаҡ социаль-демографик күрһәткестәрҙе иҫәпкә алып, асыҡ яҡлау һәм Интернетта тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса яһала. Еңеүселәр дүрт категория буйынса билдәләнә.
Конкурстың төп бурыстары булып, атап әйткәндә, ауыл әүҙемселәре айыҡлыҡты пропагандаларға һәм урындағы халыҡты алкоголь ҡулланыуҙың фажиғәле эҙемтәләргә килтереүен дәлилләүсе мәғлүмәттәр менән таныштыра барырға; урындарҙа алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе сикләү йәки тыйыу буйынса саралар күрергә; алкоголь һәм тәмәкене рекламалауҙы тыйыу; шәхси һәм ғаилә тормошонда айыҡлыҡ традицияларын тергеҙеү; эсмәгән айыҡ ҡатламды арттырыу; йәштәр араһында алкоголь ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы һәм наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү, уларҙы айыҡлыҡ рухында тәрбиәләү; закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарына йәмғиәтте алкоголь һәм наркотик менән ағыулауға ҡаршы йүнәлтелгән закон акттары, ҡарарҙар сығарыу, урындағы үҙидара органдары ҡарарҙарын сығарыу буйынса башланғыс күрһәтеү, айыҡлыҡ өсөн көрәшеүсе башҡа ауылдар активы, дәүләт, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә эшләү, тәжрибә уртаҡлашыу кеүек аныҡ эштәр менән шөғөлләнергә бурыслы.
Беҙҙең районда 16 ауыл биләмәһендә 95 ауыл иҫәпләнеп, шуларҙың яртыһы был конкурстың район этабында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булыуы билдәләнде. Ойоштороу комитеты был ауылдар исемлеген барланы һәм район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов раҫлауына тапшырылды. Артабан ноябрь урталарында район мәҙәниәт һарайында йомғаҡлау сараһын уҙғарыу планлаштырылды. Г.Байдәүләтова ауыл биләмәләре башлыҡтарын йыйып, конкурстың положениеһы менән таныштырҙы.
Читайте нас: