Был данлыҡлы университетты 70 меңдән ашыу тамамлаусы төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөй.
Районыбыҙҙың Яңғыҙҡайын ауылы егете Денис Мөьминов менән Әбйәлил районынан Азамат Ғәлләмов быйыл был уҡыу йортоноң “Агротехнологиялар һәм урман хужалығы” факультетының магистратураһын тамамланылар. Денис үҙенең тыуған ауылында, Ленин исемендәге (“ШЭ Р.В.Мөьминов”) хужалыҡта агроном булып эшләй. Ә Азамат хеҙмәт биографияһын “Восход-СТ” ЯСЙ-ендә башланы. Шуныһы ҡыуаныслы, кисәге студенттар үҙҙәрен яуаплы, белемле белгестәр итеп күрһәтте. Уларға ысын күңелдән яратып һайлаған һөнәрҙәренең оҫталары булыуҙарын һәм уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.
Лиза ХӘЙРЕТДИНОВА.