-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Август 2020, 11:00

Күңел йылыһы етә барыһына

Тәбиғәттең иң гүзәл урыны - саф һыулы Еҙем йылғаһы бу-йында, Мағаш тауына һыйынып ҡына ултырған Юлыҡ ауылында элек-электән ауыл тормошон йәнләндереп, уға ҡот өҫтәүсе, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, талапсан, уңған, ауылдың өлгөлө һәм абруйлы, заманына күрә алдынғы ҡарашлы, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙары булған һәм бар. Улар һәр яҡлап ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙҙәре артынан эйәртә. Шундайҙарҙың береһе – Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, ауылдағы “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Суфия Юлыҡова.

Суфия Юлыҡ ауылында күмәк балалы Мәрүә менән Әмир Кәримовтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. 6 ғына йәшендә инәһе мәрхүмә булып, ағай-апайҙары, энеләре менән үгәй инәй тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙ изгелексән, хәстәрлекле булып буй еткерә. Шуға ла бөгөн изге күңелле Суфия олоғайған атай-инәһен, ике яҡтан да туғандарын, яҡындарын бергә туплап, хәстәрләп, күңел йылыһын, фәһемле кәңәштәрен ихлас өләшеп йәшәй, күрше-тирәһендәге өлкәндәрҙе хәстәрләүенән дә оло кинәнес таба.
Юлыҡ урта мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Артабан башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломына эйә булған йәш мөғәллимә тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Йәш белгес һөнәренең айышына ошонда төшөнә. Ғүмерлек юлдашын да – БДУ-ны тамамлап, мәктәптә физика-математика уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән ауылдашы Рәхимйән Шакирйән улын осрата. 1992 йылда барлыҡҡа килгән Юлыҡовтар ғаиләһе татыулыҡта йәшәй, ауылдаштарға өлгө булып, донъя йөгөн бер төптән тарталар, өс тиҫтә йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп бер коллективта эшләйҙәр. Ҙур, иркен йорт һалып керҙеләр. Ауылдағы Үҙәк урамдың иң күркәм, бар уңайлыҡтары булған ҡотло йорттарының береһе лә тап уларҙыҡы.
Суфия Әмир ҡыҙы төп эше менән бер рәттән 6 йыл директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ул коллегаларын уҡыу сифатын күтәреү маҡсатында һәләтле балалар менән эшләүгә һәм төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашырға әйҙәй. Яратып һайлаған яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа уҡытыусы һөнәрен ниндәйҙер наградалар, дәрәжәле исемдәр алыу өсөн түгел, ә уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең ихтирамын тойоп, хеҙмәтенән йәм табып, күңеленә рәхәтлек алып башҡара ул.
Эшендә уҡыусыларының һөйөүен, коллегаларының ихтирамын яулаған Суфия ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, бәхетле инәй, яратҡан әсәй булыуына ҡыуанып йәшәй. Ике ҡыҙҙары - Рәмзилә менән Рузиләне тәрбиәле, ихлас күңелле, тырыш, белемгә ынтылыусан итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тәүгеһе (өлкәне) Красноусол башҡорт гимназия-интернатын - көмөш, кесеһе алтын миҙалға, артабан Башҡорт дәүләт медицина һәм Өфө дәүләт нефть-техник университеттарын тамамлап, баш ҡалала табибә һәм инженер булып эшләп йөрөйҙәр. Рәмзиләләре ғаиләле, атай-инәһен олатай-өләсәй булыу бәхетен татытып, кейәүҙәре Салауат менән Урал исемле ул үҫтерә.
Ике уңған бергә тура килгән, тигәндәй, мәктәптәге төп эштәренән тыш, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре менән бер рәттән йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып та өлгөрә ирле-ҡатынлы Юлыҡовтар. Икеһе лә әүҙем йәмәғәтселәр, Рәхимйән Шакирйән улы “Юлыҡ” ТОС-ын төҙөп, етәкселек итә, төрлө гранттар яулап, ауыл үҫешенә тос өлөш индерә. Ауыл ағинәйҙәрен бергә туплап эшләүсе Суфия Әмир ҡыҙы иһә уның һәр йәһәттән уң ҡулы. Өҫтәүенә, С.Юлыҡова депутат эшмәкәрлеге лә алып бара, ауылдаштары ышаныс күрһәтеп, уны Ҡауарҙы ауыл Советына депутат итеп һайлаған. Ихлас, яҡты йөҙлө, алсаҡ күңелле, изгелексән, йомарт, уңған хужабикә, һәр эшкә маһир Суфия күршеләре менән дә татыулыҡта, бер-береһе менән фәһемле кәңәштәрен уртаҡлашып, ярҙам ҡулы һуҙып ғүмер итәләр. Ҡунаҡсыл, киң күңелле, туған йәнле, ярҙамсыл Юлыҡовтар йортонан бер ҙә кеше өҙөлмәй, ишектәре һәр кемгә асыҡ.
Бына шулай, ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләгән Суфия яратҡан эшенән кинәнес табып, ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙҙарының уңыштарына һөйөнөп, яҡындарына күңел йылыһын тигеҙ өләшеп йәшәй.
Читайте нас: