+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Август 2020, 19:25

“Трактор” рейдҡа сыҡты

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, һәр йылдағыса быйыл да республикала, шул иҫәптән районда ла традицияға ярашлы, Дәүләт техник күҙәтеүе йүнәлеше буйынса “Трактор” операцияһы үтте. Уның маҡсаты булып үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм булдырмау буйынса саралар күреү тора.

Ағымдағы йылда БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, айлыҡ 13 июлдән 14 авгусҡаса барҙы.
Район Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһында 1162 берәмек үҙйөрөшлө техника һәм 208 тағылма иҫәпкә ҡуйылған. Шәхси секторҙа иһә тәүгеләре – 835, һуңғылары 146 иҫәпләнә. Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы Сергей Лукин билдәләүенсә, дәүләт техник күҙәтеүен мотлаҡ үтеү буйынса хәлдәр шәптән түгел: техниканың ни бары 557 берәмеге генә (66,4%) уны үткән. Күрһәткестәр Табын (49%), Красноусол (64%) һәм Ҡауарҙы (64%) ауыл биләмәләрендә бынан да түбәнерәк. Уларҙа иң күп тракторҙар тупланған. Техник тикшереү үтеү буйынса Сәйетбаба (88%), Яңғыҙҡайын һәм Ташлы (80-шәр процент) ауыл биләмәләре алда килә.
Айлыҡ башланғандан алып Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы тарафынан 90 берәмектән ашыу үҙйөрөшлө техника тикшерелеп, асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса 23 административ протокол төҙөлөп, штрафтар һалынған.
Сираттағы рейд барышында район Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы С.Лукин Павловка ауылы янындағы боролошта “Т-40” тракторын туҡтата. Техника “хужаһы”ның ҡулында тракторҙың документтары булмай сыға. Быны ул тракторҙы Сәйетбаба ауылынан ҡулдан һатып алыуы һәм әле Табын ауылына алып ҡайтып барыуы менән аңлата. Уға һатыу-һатып алыу документы булмай тороп, техниканы элекке иҫәптән төшөрөп тә, теркәп тә булмауы хаҡында аңлатылды. Закон күҙлегенән сығып ҡарағанда, был трактор бер ерҙә лә теркәлеү үтмәгән, ә уны бер ниндәй документтарһыҙ һатып алған яңы хужаһына яуаплылыҡ хаҡында оноторға ярамай. Уға етешмәгән документтар артынан йыраҡҡа барып йөрөргә тура килмәгәйе, сөнки йүнсел сәйетбабалы техниканы һатыу өсөн ситтән алып ҡайтҡан.
Йөҙимән ауылы йәнәшәһендәге яланда ике “Т-40” менән “МТЗ-80” тракторҙары эшләй. Береһе бесән йыя, икенсеһе преслап йөрөй. Документтары тәртиптә: дәүләт техник тикшереүе үтелгән, страховка полистары ла, тракторсыларҙың таныҡлыҡтары ла бар. Әммә тракторҙарҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәр табылды: яҡтылыҡ сигнализацияһы, поворотниктары төҙөк түгел. Тракторсыларҙың икеһенә лә 300 һум штраф һалынды.
Ҡолҡан ауылы янындағы яланда бесән сабып йөрөгән “МТЗ-80” тракторы туҡтатыла. Тракторҙың дәүләт инспекцияһында теркәлмәүе билдәле булды. Уның хужаһы әйтеүенсә, тракторҙы күптән түгел генә Баҡалы районынан һатып алған, әммә ҡыҙыу бесән мәле башланғанлыҡтан, теркәтеп өлгөрмәгән. Һәм теркәлмәгән техникаһында яланға сығып, уйламағанда штрафҡа юлыға. Шулай уҡ уның кеүек таныҡлыҡһыҙ, өҫтәүенә, атаһының тракторына идара иткән водитель дә штрафтан ҡотолоп ҡала алманы.
Кискә тиклем барған рейд барышында хоҡуҡ боҙоусылар ярайһы ғына булды. Уларҙың барыһына ла С.Ф.Лукин әҙҙе исрафламайым тип, күпте юғалтыуҙары хаҡында аңлатты. Әгәр ҙә асыҡланған етешһеҙлектәр үҙ ваҡытында бөтөрөлһә, штрафтан да ҡотолоп ҡалырға булыр ине. Документтары ла, техникаһы ла тәртиптә булғандар менән аралашыуы ла күңелле, тине ул, рейдҡа йомғаҡ яһап.
Рейдтар айлыҡ тамамланғас та дауам итәсәк. Уның төп маҡсаты ла үҙйөрөшлө техниканы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауҙы, етешһеҙлектәрҙе асыҡлауҙы һәм башҡаса ҡабатланмауына өлгәшеүҙе күҙ уңында тота.
Читайте нас: