+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Август 2020, 16:25

Уҡлыҡая (Легендалар һәм ысынбарлыҡ)

Ғафури районы үҙенең иҫ киткес матур тәбиғәте: саф, таҙа һыулы Еҙем йылғаһы, Ағиҙел, Егән, Мәндем, Көгөш, Төлкәҫ, Шешәнәк һәм башҡа йылғалары, тәбиғәт ҡомартҡыһы булып торған Аҡкүл күле, тәрән тарлауыҡтары, текә Кәлсерташ, Мәмбәт, Көнтөшмәҫ, Болан торош, Ҡараташ, Күкташ, Һарыташ, Аҡташ ҡаялары, Мағаш тауы һәм, әлбиттә, Уҡлыҡая, Көньяҡ Уралдағы иң оҙон (8200 м) Киндерле, иң тәрән (192 м) Октябрь, уникаль Аҫҡын мәмерйәләре кеүек тәбиғәт мөғжизәләре менән данлыҡлы. Һәр бер тәбиғәт ҡомартҡыһының үҙ тарихы, легендаһы, риүәйәте бар. Сөнки башҡорттар борон-борондан тәбиғәт ҡосағында үҫкән, тәбиғәт менән бер гармонияла йәшәгән, һандуғас моңона ҡушылып, тәбиғәт күренешенә һоҡланып йыр сығарған, ҡурайын һыҙҙырған. Йылға буйлап китеп барһа - йылғаға, тау башына менһә - тауға арнап йыр сығарған. Алда телгә алынған тәбиғәт ҡомартҡыларының һәр береһе хаҡында халыҡ араһында киң таралған әллә күпме легендалар, риүәйәттәр, тарих яҙырға була. Әммә бөгөнгө яҙмала һүҙ мәғрүр Уҡлыҡая хаҡында.

Борон-борондан урындағы халыҡ Еҙем йылғаһы, Мағаш тауы, Уҡлыҡая буйҙарында йыш ҡына ҙур-ҙур мамонт һөйәктәренә юлығып торғандар һәм шуға күрә халыҡ араһында төрлө-төрлө имеш-мимештәр барлыҡҡа килгән. Халыҡ уларҙың мамонт һөйәге икәнен әллә белгән, әллә белмәгән, белһә лә белмәмешкә һалышҡанмы, уларҙың ҡайһы берҙәрен кеше һөйәгенә лә оҡшатҡандар. Шул сәбәпле Еҙем буйҙарында борон бәһлеүән кәүҙәле Алып батыр йәшәгән тигән һүҙ таралған халыҡ араһында. Алып батыр Мағаш тауы аша атлап йөрөгән. Салбар төбөн йырта тип бейегерәк ағастарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп ырғытыр булған... (Ғайса Хөсәйенов яҙып алған легенданан).
...Алып батыр Урал тауҙары буйлап һунарҙан ҡайтып килгәндә аяҡ кейеме табанына йәбешкән балсыҡлы ҡом-таш төшөп ҡалып, Еҙем йылғаһын быуған, ти. Мағаш тауы буйындағы өйөнә ҡайтып етеп, ете көн, ете төн йоҡлаған. Уянып китеп сәй ҡайнатырға уйлаһа, Еҙем һыуы аҡмай. Ә Еҙем йылғаһы үҙенә юл ярып, Аҫҡын мәмерйәһе аша килеп сыға икән. Алып батыр уғын алып Еҙем йылғаһы быуылып ятҡан ергә тоҫҡап атып ебәргән. Уҡ Еҙемде бы-уып ятҡан, инде ташҡа әйләнгән ҡом-ташлы ҡаяны ярып үткән. Бер яры ҡаяға әйләнгән, икенсе ярын быуылып ятҡан көслө йылға Мағаш тауына тиклем ағыҙып алып киткән. Алып батыр Еҙемде тағы ла быумаһын тип ҡырсынын услап алып һибеп, Мағаш тауы башына өйөп ҡуйған. Мағаш тауы тағы ла бейегәйә төшкән. Бына шунан башлап Еҙем буйында бик тәрән мәмерйәләр, уҡ ярып үткән Уҡлыҡая, Мағаш тауының башында йылға ҡырсыны бар...
Быныһы әкиәти легенда булһа, ысынбарлыҡтағы Уҡлыҡаяның тарихына ентекләберәк туҡталып китеү урынлы булыр.
Борон-борондан башҡорт халҡы яугир булған һәм ул ат менән бәйле. Халҡыбыҙҙағы “ир-ат” һүҙе лә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Әле 1221-1234 йылдарҙа уҡ башҡорттар ғәрәсәт яуы булып килгән, Европа илдәрен буйһондороп, Африкағаса барып еткән татар-монголдарға ҡаршы 14 йылға яҡын йән аямай көрәшкән һәм Башҡорт иленә индермәгән. Татар-монголдар башҡорттарҙы буйһондора алмағас, улар менән солох (килешеү) төҙөшөргә мәжбүр булған. Шуға ла Табын ырыуы башлығы Майҡы бей Сыңғыҙхан менән бер арбала ултырып йөрөгән. Быныһы бер булһа, Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, Рәсәй алып барған барлыҡ сит ил походтарында ла башҡорттар ҡатнашҡан. 1611-1612 йылдарҙа Минин менән Пожарский етәкселегендә Мәскәүҙе поляк баҫҡынсыларынан һаҡлау, 1696-1699 йылдарҙа Петр I етәкселегендә төрөктәргә ҡаршы һуғышта, 1702-1725 йылдарҙағы шведтар менән һуғышта булһынмы, ахыр килеп 1812-1814 йылдарҙағы француздарға ҡаршы һуғышта 28 атлы полк ҡуйыу - былар барыһы ла башҡорттоң яугирлығы хаҡында һөйләй.
Башҡорттарҙың төп ҡоралы булып уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, ҡылыс, хәнйәр һәм суҡмар торған. Уҡ-һаҙаҡ йыраҡ аранан дошманды юҡ итеү өсөн тәғәйенләнһә, ҡалғандары яҡындан тороп алышыу өсөн. Шул ҡоралдар араһынан иң киң таралғаны һәм иң кәрәклеһе уҡ-һаҙаҡ булған. Әле таш быуат осоронда уҡ уҡ эшләй белгәндәр. Мәғрүр Уҡлыҡая тауы башында таш, баҡыр, тимер уҡ башаҡтары осрауы ошо хаҡта һөйләй һәм археологик тикшереүҙәрҙе талап итә. Борондан урындағы халыҡта яуға китер алдынан ҡая-ташҡа уҡ атып китеү йолаһы булған. Яугир иҫән ҡайтһа, шул атҡан уғын (һәр башҡорт үҙ уғын таныған, махсус тамғаһы була) барып алыу йолаһы йәшәгән. Иҫән йөрөп ҡайтҡас Ҡөрьән уҡытып, мәжлес ойошторғандар. Ҡайта алмағандарҙың уғы иһә быуаттар буйы ҡаяла ҡала килгән. Бына шуға ла Уҡлыҡая башында меңәрләгән уҡ башағы йыйылған. Тимәк, беҙҙең бик күп һөлөктәй йәш егеттәребеҙ яуҙан ҡайта алмаған тигән һүҙ. Ошондай тарих һөйләй Уҡлыҡая таштары. Шуға ла был ҡая изге ергә, тарихыбыҙҙың ҡанлы-шанлы йылдарын оноттормай, киләсәктә һуғыш уты ҡабынмаһын ине, тип теләр урынға әйләнергә тейеш.
Республикала киң тарала башлаған “Мәргән уҡсы” хәрәкәте Уҡлыҡая ҡаршыһында инде бер нисә тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә традицион уҡ атыу буйынса бәйге ойошторҙо. Унда Латвия, Германия, Польша, Ҡытай, Монголия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан кеүек илдәрҙән, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән уҡсылар үҙ мәргәнлектәрен күрһәтте. “Мәргән уҡсы” коммерциялы булмаған ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин белдереүенсә, улар ошо урында йыл һайын бер турнир уҙғарырға иҫәп тота. Был бер яҡтан милли спортты үҫтереүгә этәргес бирһә, икенсе яҡтан ҡарағанда районыбыҙға сит ил туристарын йәлеп итеү сараһы ла булып тора. Ошоно күҙ уңында тотоп, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов Уҡлыҡая ҡаршыһында “Башҡортостан йөрәге” туристик үҙәге ойошторорға тәҡдим иткәйне. Тәҡдим күтәреп алынып, дөйөм тырышлыҡ менән бында "Башҡортостан йөрәге" тип аталған халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы-тирмәләр ҡаласағы хасил булды. Был бик дөрөҫ аҙым. Уҡлыҡая Башҡортостандың ҡап уртаһында тиерлек урынлашҡан (Географик үҙәктән 15 саҡрым алыҫлыҡта ғына). Барыһы ла Уҡлыҡая тарихын, яугирҙарҙың илен, ерен һаҡлап яуға китер алдынан ошо ергә килеп, үҙҙәренең иҫән-һау ҡайтыуына өмөт итеп уҡ атып китеүҙәрен белергә тейеш. Заманында, бәлки, табындар менән бер рәттән башҡа ырыу-ҡәбилә егеттәре лә ошонда килеп уҡ атҡандыр. Уныһын инде Уҡлыҡая үҙе генә белә...
Һаҙый ЮЛМӨХӘМӘТОВ,
һәүәҫкәр тарихсы.
Читайте нас: