+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Август 2020, 14:40

Алсаҡ йөҙлө, нур һибеүсе яҡын кешебеҙ

Йәмле һәм муллыҡ айы булған августа беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, әбейебеҙ Нурия Ерек ауылында Сания Ҡотлогилде ҡыҙы менән Һәҙиәтулла Ғәлиулла улының бишенсе балалары булып донъяға килә. Низам, Диникә һыуҙарын эсеп, Хәтфә ҡойоһоноң һыуы менән йыуынып, аҡыллы, матур ҡыҙ булып үҫә ул.

Ләкин, уға атай наҙын оҙаҡ татырға тура килмәй, ғәзиз кешеһе йәшләй генә вафат була. Әсәһе 6 балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала. Был ваҡытта оло ағаһы Камил 10-сы клас-ты тамамлап Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡып йөрөгән була. Унан бер-бер артлы Шамил ағаһы, Миңнира апаһы ҡалаға юллана. Фаил ағаһы менән уға әсәһенә ярҙам итеп, йорттоң төп терәге булып торорға тура килә. Зөбәржәт һеңлеһе бәләкәй. 8-се класты тамамлағас Камил ағаһы уны ла Өфөгә төҙөүселәр техникумына уҡырға алып китә. Әммә ул: “Әсәйем яңғыҙ, ярҙамлашырға кәрәк”, - тип, яҡындарын йәлләп кире ҡайтып китә. Был ваҡытта Зөбәржәт һеңлеһе башланғыс класта ғына, Фаил ағаһы техникумда ветеринар һөнәренә уҡыған сағы була. 10-сы класты тамамлағас күп уйлап тормай, әсәһе магазинда эшләгәс уға ярҙам итеп, һатыусы һөнәренә өйрәнә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 6 айлыҡ һатыусылар курсында уҡып та ала. Һуңынан әсәһенән тәжрибә туплап, магазинда практика үтә. Һөнәре булған 18-е лә тулмаған ҡыҙҙы Еҙем-Ҡаран сельпоһының Ябалаҡ ауылына эшкә ебәрәләр. Шәмсинур апай менән Әхмәт ағай Ниғмәтуллиндарҙың урамындағы бәләкәй өйҙә хеҙмәт юлын башлай. “Яғылмаған, мейесһеҙ һыуыҡ өй. Шәмсинур апай менән Әхмәт ағайҙың (мәрхүм) алсаҡ йөҙҙәренә, эшкә өйрәтеүҙәренә, һыуыҡтан ҡурсалап керетеп сәй эсереүҙәренә һәр ваҡыт рәхмәтлемен”, - ти ул йәшлектәге беренсе эш урынын иҫкә алып.
Мөхәббәте лә шул ауылда була. Беренсе көндән ауылдың аҫыл егете Ринаттың ҡыҙға күҙе төшә. Уны күргәндән бирле артынан ҡалмай йөрөгән Ринат Хөрмәт улы менән сәстәрен сәскә бәйләп, тормош ҡороп ебәрәләр. Тырыш ҡыҙ Үзбәк ауы-лына эшкә күсә. Әммә тормош иптәше менән оҙаҡ йәшәргә тура килмәй. Ауыр һынауҙар бының менән генә тамамланмай, 16 йәше лә тулмаған ҡыҙының вафатын да йөрәк аша үткәрергә тура килә уға. Ҡайғыларға бирешмәй, бөгөлмәй-һығылмай балаларына ярҙам итеп, әлеге көндә Табын ауылында йәшәй. Тормош булғас парһыҙ булмай, тормошҡа сыға.
Әсәйебеҙ, әбейебеҙ киң күңелле, алсаҡ йөҙлө, аш-һыуға оҫта. Себерҙә Зөбәржәт һеңлеһе менән Әлфир кейәүенең балалары Роберт менән Альбинаны ҡараша йәй айҙарында. Ул беҙҙе башҡортса матур итеп һөйләшергә өйрәтеп үҫтерҙе. Һәр ваҡыт әбейебеҙҙең хәлен белеп, ҡайтҡан арала барып күрергә тырышабыҙ.
Нурия Һәҙиәтулла ҡыҙының ғүмере күп ваҡыт эштә үтә. Ул бер ваҡытта ла эш юҡ тип ултырманы. Табын консерва заводында, магазинда, ҡарттар йортонда, 6 йыл Красноусолға йөрөп тә эшләне. Ҡарттар йорто ябылғас, Себер тарафтарына яратҡан һөнәре – ашнаҡсы булып эшкә юллана. Улы Рөстәм, килене Ләйсән, уларҙың балалары Лиана, Ильяс Себерҙә Муравленко ҡалаһында йәшәһә, ҡыҙы Алина, кейәүе Виктор улдары Глеб менән Мәләүез районында донъя көтәләр. Ҡәҙерле кешебеҙҙең иңенә күп ауырлыҡтар төшһә лә бирешмәне, барыһын да йырып сығырға үҙендә көс тапты. Бөгөнгө көндә балаларының, ейәнсәренең һәм ейәндәренең шатлығына һөйөнөп йәшәй. Уның йылы ҡарашы, наҙлы һүҙе, көслө рухы беҙҙең өсөн таяныс, терәк, өмөт, ышаныс та булып тора. 55 йәшлек матур юбилейын ҡаршылаусы әсәйебеҙгә, әбейебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, гелән шулай алсаҡ йөҙлө булып ҡалыуын теләйбеҙ. Тормош иптәшең – Хәләф бабайыбыҙ менән тигеҙлектә, бәхеттә, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп йәшә лә йәшә әле.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Күпме генә рәхмәт әйтһәк тә,
Бик аҙ кеүек күңелгә.
Һаулыҡ, бәхет кенә юлдаш булһын,
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ғүмергә.
Күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре менән улың Рөстәм, киленең Ләйсән, ҡыҙың Алина, кейәүең Виктор, ейәнсәрең Лиана, ейәндәрең Ильяс, Глеб, һеңлеңдең улы Роберт, киленең Екатерина, ҡыҙҙары Альбина, ейәндәре Дамир, ейәнсәрҙәре Карина.

Читайте нас: