Килгән юлдан Имәндәш ауылын сыҡҡас, ҡурай сәскәһе рәүешендә урынлашҡан 8 тирмәнән торған ялан үҙе бер ҡаласыҡ кеүек әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ә ярҙың икенсе яғында Уҡлыҡая итәгендә урынлашҡан Таш-Аҫты ауылы ла ус төбөндә кеүек күренеп тора. Ҡайһы яҡҡа ҡараһаң да тәбиғәт матурлығына һоҡланаһың. Ҡәҙерле ҡунаҡтарын көтөп, тирмә янында самауырҙар ҙа йыр һуҙып, борҡорап ҡайнап ултыра.
Районыбыҙ ҡуйы урмандары, бейек тауҙары, ҡурай моңондай сылтырап аҡҡан йылғалары менән таң ҡалдырһа, унда йәшәүсе ябай, эшсән халҡы, таланттарға бай кешеләре лә һоҡланыу тыуҙыра. Тормошҡа ашырылған проект Башҡортостан Республикаһы Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән “БР Ғафури районы муниципаль районы үҫешенә булышлыҡ итеү” Хәйриә фонды коммерциялы булмаған ойошмаһы тарафынан эшләнгән. Уның төп маҡсаты ла үҫеп килеүсе йәш быуынға Ғафури районы биләмәһендә йәшәгән төрлө милләттәрҙең халыҡ кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, райондың һәм дөйөм республиканың брендын булдырыуға ҡоролған.
“Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, республика Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам Фондының генераль директоры Люциә Юлыева, Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам Фондының финанс-ойоштороу бүлеге начальнигы Майя Денисова ҡатнашты.
Урталыҡта урынлаштырылған сәхнәлә алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин был сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләгәс, беренсе һүҙ – ошо башланғысҡа төп уй-идея кереткән район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелде. Ул сығышында Ғафури ерендә тирмәләр ҡаласығы асылыуға ҡыуанысын белдерҙе һәм БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам Фондына, шулай уҡ район халҡына, төҙөүселәргә ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусыларға сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе. Һуңынан “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы проектын тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙамдары өсөн муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән проекттың етәксеһе – район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Аҡҡужин, Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам Фонды генераль директоры Люциә Юлыева, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре, “Башҡортостан йөрәге” проекты менеджеры Гөлназ Мирхәйҙәрова, Ҡотлау хаты менән шәхси эшҡыуар Илшат Бәхтийәров, “Меридиан” ер-кадастр эштәрен башҡарыу МУП-ы директоры Салауат Ғәлимйәнов бүләкләнде.
Тантананы дауам итеп, йылы ҡотлау һүҙҙәре менән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам Фондының генераль директоры Люциә Юлыева сығыш яһаны. Улар проект командаһын ҡотлап, Ғафури ерендә асылған этно-комплекс йыл әйләнәһенә был матурлыҡты тамаша ҡылырға килгән меңәрләгән туристарҙы йәлеп итер, тигән өмөттәрен дә белдерҙеләр.
Сәхнәләге сығыштарҙан һуң бында килгән хөрмәтле ҡунаҡтар, йыйылыусылар халыҡ оҫталары эштәре менән яҡындан танышырға күргәҙмә тирмәләренә юлланды.
Ҡурай сәскәһен хәтерләткән һигеҙ тирмәнәнең өсәүһе башҡорт милли биҙәүестәрен һәм милли аҙыҡ-түлекте әҙерләү оҫтаханаһы өсөн тәғәйенләнгән. Башҡорт милли нағыштарын биҙәргә өйрәнеү оҫтаханаһында ҡорамалар эшләү, һунарсылыҡ, һарыҡ йөнөн эшкәртеү, балаҫ һуғыу, ҡашмау тураһында Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Юлыҡ ауылы оҫталарының күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәрен ҡулланып Миңзилә Нәзирова, тарихи нигеҙҙәргә таянып Рима Ишмырҙина таныштырҙы. Сәйетбабанан милли биҙәүестәр эшләүсе Рәйлә Сабитованың ҡул эштәрен дә ҡыҙыҡһынып ҡаранылар бында йыйылыусылар. Елән, ҡашмау кейеп фотоға төшөргә, биҙәнеү әйберҙәрен һатып алырға ла мөмкин булды.
Тирмәлә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Илһам Байбулдин тиҫтәнән ашыу музыка ҡоралы эшләүе тураһында һөйләп, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ҡурай кеүек музыка ҡоралдарын эшләү серҙәрен, боронғо ата-бабаларҙың уҡ-һаҙаҡ эшләү, йәйә бөгөү алымдарын күрһәтте. Еҙем буйында асылған был оҫтахана уға ла ҙур мөмкинлек бирә. Ер шарының төрлө төбәктәренән килгән туристар ҙа уның эштәре менән яҡындан таныша аласаҡ.
Был ерҙәрҙе төйәк иткән халыҡ борон-борондан мал үрсеткән, бал ҡорттары аҫраған. Һөттөң ағын тамсыһын да әрәм итмәй туҡлыҡлы аҙыҡ етештергән. Был кәсепте бөгөн дә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яратып башҡара. Ҡорот эшләү, ыҫлау тураһында Мәндем ауылынан Фәниә Йәнмырҙина-Монасипова таныштырһа, май етештереү серен Толпар ауылынан килгән Гөлназ Фәтҡотдинова һөйләне. Экологик яҡтан таҙа аҙыҡты ошонда уҡ һатып алырға теләүселәр ҙә күп ине. Бында буҙа эшләү оҫтаһы Мәрхәбә Собханғолованың шифалы эсемлеген дә теләп тәмләнеләр, үлән сәйен маҡтап эстеләр.
Ә ҡалған дүрт тирмә башҡорт, татар, рус һәм сыуаш халҡының тормош-көнкүрешен, рухи-мәҙәни мираҫын сағылдыра. Был тирмәләрҙе тамаша ҡылыусылар тере тарих, этнография өлгөләре менән танышты. Татар халыҡтарының тирмәһен Игенйылға, Яңғыҙҡайын, Үтәк, Бурлы ауылы уңғандары биҙәһә, Мораҡ, Аҡкүл оҫталары – сыуаш, Табын, Рус Саскүле ауылдарының ҡул оҫталары рус халҡының милли асылын күрһәтте. Тирмәләрҙең иң ҙуры ултырыштар үткәреү залы буласаҡ.
“Башҡортостан йөрәге”н асыу сараһында барыһын да тәмле аш-һыу менән “Алтын ҡурай” ойошмаһы һыйланы.
Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект Ғафури ерендә башланыуы йәш быуынға милли кәсептәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуҙан тыш, халыҡҡа яңы эш урындары булдырырға ла ярҙам итер тип көтөлә. Ямғыр яуып торһа ла, үҙ ерлегебеҙҙә халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы-тирмәләр ҡаласығы асыу байрамы эшлекле һәм йылы шарттарҙа үтте. “Башҡортостан йөрәге” мәңге типһен, тулы ҡеүәтенә эшләһен, ҡыҙыҡһыныусыларҙы, туристарҙы үҙенә тартып торһон тигән теләктә таралышты бында килеүселәр.