Ул 1925 йылда Ташбүкән ауылында тыуып үҫкән. Үҙе һөйләүе буйынса уға 4 класс ҡына тамамларға тура килгән. Һуғыш башланғас оло ағаһы Сафуан фронтҡа китә, ә атаһын - беҙҙең олатайҙы һуғышҡа яраҡһыҙ булғанлыҡтан хеҙмәт армияһына алалар. Атайым Әғзәм Бәхтийәров 1943 йылдың 12 июнендә, 18 йәше лә тулмаҫтан хеҙмәткә алына. Икенсе Украина фронтында 52-се, унан һуң 55-се уҡсылар полкында һуғыша. Днепрҙы, Венаны азат итеүҙә, Украина, Румыния, Венгрия, Словакия яуҙарында ҡатнаша. Еңеүҙе Австрияла ҡаршылай. Әммә һуғыштан һуң уға тыуған яҡтарына тиҙ генә ҡайтырға тура килмәй. 1945-49 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта 75-се һәм 5-се махсуслаштырылған полкта артиллерист булып хеҙмәт итә. Контузия алғанлыҡтан насар ишетә ине, шуға ла ҡысҡырып һөйләшә торғайны. “Германияны еңгән өсөн”, “Совет Армияһының һәм Флотының 30 йыллығы” миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Һуғыштан ҡайтҡас әсәйем менән танышып, улар 1951 йылда ғаилә ҡоралар. Әсәйем Зөлфиә Хәбибрахман ҡыҙы 1931 йылда Ишембай районының Ибрай ауылында тыуған. Башланғыс класты үҙ ауылында тамамлап, артабан Мораҡ ауылында белем ала. Яҡшы уҡыһа ла 8 кластан һуң йәйәү йөрөү, бергә йөрөп уҡырға иптәш булмағанлыҡтан артабан уҡыуын дауам итә алмай. Атай-әсәйем иң тәүҙә ауылда йәшәнеләр, өй һалдылар, беҙ ҙә шунда тыуып үҫтек. Ә инде 1961 йылда Красноусолға күсенеп, улар бергә 43 йыл матур итеп йәшәп, 7 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Атайым хеҙмәт һөйөүсән, тырыш кеше ине. Балта оҫтаһы (плотник-столяр) булып эшләне, бар эшкә лә маһир - өйҙәр һалды, йорт-йыһаздары эшләргә лә оҫта булды. Колхоздарҙан ат санаһы, кашауайға заказдар ҡабул итеп эшләне, кешеләр һандыҡ һорап эшләтә торғайны. Ә әсәйем буяп, шартына килтереп ҡуйыр ине. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа кешеләр ғаиләһен ҡарау өсөн бер эштән дә ҡурҡмағандар. Ғәзиз кешебеҙ ҙә үҙ эшенән тыш иң тәүҙә өйҙә ололар һәм балалар өсөн саңғы, саналар эшләне. Төрлө ауылдарҙан һорап килә торғайнылар. Әле лә хәтеремдә, беҙ уның эшен күҙәтеп, ҡарап ултырғанда, ул ҡыҙыҡлы хәлдәр, әкиәттәр һөйләй торғайны. Беҙҙең өйҙә диван, шкафтар, түңәрәк өҫтәл - барыһы ла уның ҡулы менән эшләнгән булды. Әсәйем магазиндан тауар алып, теген машинаһында тегеп бирер ине. Беҙ тегенһәк тә ҡаршы килмәй торғайны, малайҙар ҙа тегергә өйрәнеп үҫте. Урам тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар булды. Шуға ла балаларын эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Бергәләп бәрәңге ултырта, уны эшкәртә, бесән әҙерләй, күмәкләп кистәрен билмән эшләй торғайныҡ. Һәр беребеҙҙең дә үҙ холҡо, теләге булһа ла, ете баланың барыһы ла 3-сө мәктәптең кемдер иҫкеһендә, ҡайһылары яңыһында яҡшы билдәләргә тамамланы. Һәр ваҡыт күрше-тирә менән яҡын туғандай дуҫ һәм татыу йәшәнек.
Атайыбыҙ үҙенең ата-әсәһен хөрмәт итеп йәшәне, туғандарҙы ла ихтирам итте. Ул талапсан, ҡыҙыу булды, йырларға, үҙе эшләгән ҡурайҙа уйнарға ярата торғайны, тауышы көслө һәм моңло ине. Һуғыш тураһында әҙ һөйләһә лә, ошо турала фильмдар ҡарарға яратты. Еңеү байрамы уның өсөн изге көн булды, ул һалдат дуҫтарын иҫкә алып, улар тураһында беҙгә һөйләр ине. Бер саҡ шулай мин 6-7-се кластарҙа уҡығанда ата-йым әйтеп тороп, шиғыр яҙҙырғайны, “Совет Башҡортостаны” гәзитенә ебәргәйнек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҫылып сыҡманы. Үҙебеҙгә күсермәһен алып ҡалмағанбыҙ, еренә еткереп эшкәртелмәһә лә, был һалдат йөрәгенән ағылған шиғыр ине. Атайыбыҙҙың дуҫтары күп, аралашыусан булды. Иң тәүҙә мебель фабрикаһында (элек шундай фабрика бар ине), һуңынан леспромхозға эшкә күсеп, пенсияға сыҡҡансы балта оҫтаһы булып шунда эшләне. Әсәйебеҙ ҙә леспромхозда 10-12 йыл эшләп пенсияға сыҡты. Ул уҡырға ярата, бик күп гәзит-журналдар, “Ағиҙел” журналын алдыра, шағир-яҙыусыларҙы күпләп белә торғайны.
Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең яҡты иҫтәлектәрен әле лә балаларға һөйләп, үҙ-ара татыу йәшәйбеҙ. Хәҙер инде Зәйнулла һәм Ғәйфулла ағайҙарыбыҙ ҙа арабыҙҙа юҡ инде. Зәйнулла ағайыбыҙ атайыбыҙ кеүек һәр эшкә оҫта, ташсы ине. Ғәйфулла ағайыбыҙ һөнәре буйынса һәйбәт мебелсе булды. Атай-әсәйебеҙ, ағайҙарыбыҙ тураһында яҡты хәтирәләр генә һаҡлана хәҙер. Беҙ уларға өлгөлө һәм һәйбәт тәрбиә биргәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ошо бөйөк байрамда ҡулына ҡорал тотоп 6 йыл илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлаған атайыбыҙға - ябай ауыл малайына, йәш һалдатҡа: “Һиңә барыһы өсөн дә рәхмәт, Әғзәм Бәхтийәров”, тип әйткем килә.
Барлыҡ балалары исеменән
Зәйнәб НАСИРОВА-БӘХТИЙӘРОВА.