+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Август 2020, 20:40

Һөт йылғаһы ҡабул итеү пункты аша үтә

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран ауылында Ибраһимовтарҙың һөт ҡабул итеү пункты үҙ эшмәкәрлеген башланы.

Заманында районыбыҙҙа бер нисә һөт ҡабул итеү пункты, шул иҫәптән Еҙем-Ҡаранда ла эшләп килгән. Ул башта Красноусол, артабан Стәрлетамаҡ һөт заводтарына ҡарай. Бер нисә йыл элек эшмәкәрлеге туҡтап, унда эшләүселәр эшһеҙ ҡала. Шулай уҡ Баҡраҡ ауылынан ирле-ҡатынлы Ибраһимовтар - лаборантка булып эшләгән Альбина Әхәт ҡыҙы менән аппаратсы Рөстәм Әнүәр улы ла. Төп эштәренән тыш, улар Баҡраҡ һәм Еҙем-Ҡаран ауылдарында шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйып, пунктҡа килтереп тапшырғандар. Шуға ла ике тиҫтә йылға яҡын һөт йыйыу менән шөғөлләнгән Ибраһимовтарҙы эшһеҙ ҡалған, тип әйтеп тә булмай, сөнки халыҡ өсөн кәрәкле был эште дауам итәләр. Был тәңгәлдә үҙ эштәрен асырға уйлап, һөт ҡабул итеү пунктын бер йылға ҡуртымға алып эшләп ҡарайҙар. Әммә кешенеке һинеке булмай икәнен аңлап, бындай цехты үҙҙәренекен асыу уйы менән яна башлайҙар. Һәм уйлағандарын тормошҡа ашырып, ниһайәт, үҙ көстәре менән Еҙем-Ҡаран ауылында өр-яңы цех асырға йөрьәт итәләр һәм быйыл мартта үҙ эшмәкәрлектәрен башлап ебәрәләр. Бында өс кеше үҙенә эш урыны тапҡан.
-Беҙ был цехты дәүләттән дә, бер ҡайҙан да ярҙам алмай, бер ниндәй ҙә программаларҙа ҡатнашмай, үҙ көсөбөҙ, йәғни малдан (күпләп мал-тыуар аҫрайҙар) килгән аҡсаға төҙөп, барлыҡ кәрәкле ҡорамалдарҙы ла йүнләнек, ике һөт ташыу автомашинаһы (“Молоковоз”) һатып алдыҡ, “УАЗ”-ыбыҙ бар, - ти Альбина Әхәт ҡыҙы.
Ибраһимовтарҙың һөт ҡабул итеү пункты көнөнә 20 тоннаға яҡын һөттө ҡабул итеп, уның ҡуйылығы, таҙалығы тикшерелеп, һыуытылып республиканың бер нисә һөт эшкәртеү комбинатына оҙатыла. Ауырғазы, Архангел райондары, Сәйетбаба, Имәндәш ауыл биләмәләре, “Р.В.Мөьминов”, “Р.Ғ.Ғафаров”, "Р.Р.Йомағолов", “Урожай” хужалыҡтары менән хеҙмәттәшлек итәләр. Яҡын-тирә ауылдарҙың һөт йыйыусылары һөт ҡабул итеү пунктына үҙҙәре килтереп тапшырһа, йыраҡтағыларына һөт ташыу автомашиналары юллана. Уларҙы водителдәр Абдулла ауылынан Радик Аҙнабаев менән Еҙем-Ҡарандан Фәрис Ғимранов хеҙмәтләндерә. Ҡыш көнө һөт әҙ йыйылған мәлдә “УАЗ” ташып өлгөртә.
-Эшмәкәрлек алып барыуҙа ауылдарҙағы һөт йыйыусыларҙың ныҡлы терәк-таянысын тойоп эш итәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре йыл әйләнәһенә, хатта ҡышын да һөт йыйып тапшырыу эшен туҡтатмай. Был тәңгәлдә Яңы Тайыш ауылынан Әлфиҙә Үтәгәнованы маҡтап телгә алырға теләйем. Нисәмә йылдар шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу менән шөғөлләнеүселәрҙән Юлыҡтан Мәхәмәтгәрәй Кинйәғолов, Абдулла ауылынан Илдар Сәғитов, Яңы Еректән Алексей Иванов, Үзбәктән Ринат Ғәйнуллин, Юрмаштан Илдар Салауатов, Имәндәштән Мирза Муллашев, Таш-Аҫтынан Таңгөл Ҡаранаева, Сәйетбабанан Ришат Рахманғоловты айырып билдәләп үтергә кәрәк. Һөт йыйыусыларға ла, тапшырыусыларға ла рәхмәтлебеҙ. Ә бына Еҙем-Ҡаран ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рөстәм Йомағоловҡа айырыуса рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, хәстәрлекле, бер төптән, бер-беребеҙгә ярҙамлашып эшләйбеҙ, эш башлаған мәлдәрҙә тос ярҙамын тойҙоҡ, - ти А.Ибраһимова. – Ә бына Яҡтыкүлдән йөрөп эшләгән Рима Муллағолова һөт ҡабул итеү пунктында минең ярҙамсым.
Әлбиттә, һөттө йыйыу менән генә түгел, килешеүҙәр төҙөшөп, тапшырылған һәр килограмм һөт өсөн үҙ ваҡытында иҫәп-хисап яһарға ла кәрәк. Ә Ибраһимовтарҙың эшмәкәрлеге был йәһәттән ышанысҡа ҡоролған. Булдыҡлылыҡтары, эшлеклелектәре менән билдәле, алға ҡарап эш иткән Баҡраҡ ауылы эшҡыуарҙары Альбина менән Рөстәм Ибраһимовтар киләсәктә пункт биләмәһендә сауҙа нөктәһе асыу, үҙҙәре етештергән һыйыр һөтөн 1,5 литрлы шешәләргә тултырып һатыу уй-пландары менән янып йәшәй. Тырышҡан - таш ярыр, тигәндәй, эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәндә кисә, йәғни 20 августа район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовтың эш кабинетында уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, магазин төҙөлөшө буйынса үҙ проектын тәҡдим иткән Альбина Ибраһимованың проекты хупланып, яҡлау тапты. Эшҡыуарға милек ярҙамы күрһәтеү - ер участкаһы бүлеү ҡарары сығарылды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: