+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Август 2020, 11:00

Тыныслыҡ һәм изгелек символы

Йыл һайын 22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тап-ҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.

Рәсәй триколоры 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Илдә дәүләт флагы XVII – XVIII быуаттарҙа, Рәсәй ҡеүәтле дәүләткә әүерелгән осорҙа, барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр аҡ – күк – ҡыҙыл флаг Петр I атаһы Алексей Михайлович батшалыҡ иткән дәүерҙә «Бөркөт» беренсе рус хәрби карабында күтәрелә.
2000 йылдың 25 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тураһында» законға ярашлы, Рәсәй Дәүләт флагы – өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь һыҙаттарҙан торған тура мөйөшлө туҡыма. Өҫкөһө – аҡ, урталағы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә. Флагтағы һәр төҫтөң рәсми мәғәнәһе бар. Ҡыҙыл төҫ - көс-ҡеүәт, күк – иман һәм ышаныс, аҡ - азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ.
Дәүләт флагын Федераль Конституция законын боҙоп ҡулланған, шулай уҡ уны мыҫҡыл иткән өсөн, Рәсәйҙең закондар йыйылмаһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Хәҙерге триколор халҡыбыҙҙың ысын символына әйләнде. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән ғилми тикшеренеү беҙҙәге һәр икенсе кешенең дәүләт флагын көндәлек тормошта ҡулланырға әҙер икәнлеген күрһәткән. Социологтар асыҡлауынса, триколорҙы өйөнә элеп ҡуйырға, шулай уҡ ул төшөрөлгән кейем кейергә теләүселәр йыл һайын арта. Дәүләт флагы көнөндә бөтә ил буйынса байрам саралары үткәрелә.
Кисә Рәсәй флагы көнө уңайынан район китапханасылары “Тыныслыҡ һәм изгелек символы” тип аталған акция үткәрҙе. Бында китапханасылар үҙәк урамда кешеләргә Рәсәй флагы тураһында һөйләп, балаларҙан шиғырҙар уҡытып, таҫмалар таратты.
Читайте нас: