+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Август 2020, 14:25

"Беҙ ҙә именлек һағында торабыҙ"

31 августа ветеринария хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Байрамдары уңайынан халыҡҡа бик кәрәкле был хеҙмәттең эшмәкәрлеге менән таныштырыуын һорап, Ғафури районы ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы ЗӘЙНЕТДИНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

-Беҙҙең район ветеринария станцияһы 2 участка ветлечебницаһын һәм 7 ветеринария участкаһын берләштереп, улар 18 мең баш һыйыр малын, 16 мең баш һарыҡ-кәзә, 3 мең тирәһе йылҡы малы, 1,5 мең баш сусҡа, 180 мең йорт ҡошо һәм 20 меңдән ашыу бал ҡорто ғаиләһен хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ ветстанция иҫәбендә районыбыҙ биләмәһендә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының сифатын күҙәтеүсе ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы тора.
Йылдың-йылы, көндән-көн ветеринария станцияһы коллективы малдарҙа йоғошло һәм йыш осраған башҡа сирҙәрҙе булдырмау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара: быға диагностик тикшереүҙәр, вакцинация, дауалау-профилактик эшкәртеүҙәр, малдарҙағы гельминттарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән һәм башҡа бик күп саралар инә. Улар барыһы ла белгестәрҙән юғары оҫталыҡ һәм заманса ҡараш талап итә. Беҙҙең ветеринария хеҙмәте, алдына ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеген аңлап, заман менән бергә атларға тырыша.
Таможня контроленең 2018 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән техник регламентын күҙәтеү маҡсатында махсус мал һуйыу урындары булдырыу буйынса эш алып барыла. Әле районда Табын ауылында “Солнышко” СПСПК-һында, Родинала “ШЭ Р.Р.Фәйзуллин” мал һуйыу пункты, Аҡкүлдә “Урман” КФХ-һы фермаһы янында мал һуйыу майҙансығы эшләй. Тиҙҙән Бурлы ауылындағы “Ғафури һөтө” СПК-һы базаһында ит эшкәртеү предприятиеһы һәм эттәргә аҙыҡ етештереү цехы менән бер ҡыйыҡ аҫтында мал һуйыу цехы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Беҙҙең төп бурыс – диагностик һәм профилактик сараларҙы ваҡытында үтәп, райондың эпизоотик йәһәттән именлеген тәьмин итеү. Көтмәгәндә килеп сығыуы ихтимал сирҙәр буйынса тиҙ арала сара күреү өсөн оператив төркөмдәр төҙөлдө. Улар тейешле махсус кейем, ҡорамалдар һәм ике берәмек “ДУК” - махсус техника менән тәьмин ителде. Ветеринар участкаларҙың барыһы ла һыуытҡыс һәм кәрәкле эш ҡоралдары, “Меркурий” системаһында электрон хәлдә ветеринар-оҙатыу документтары тултырыу һәм отчеттар төҙөү өсөн Интернетҡа тоташҡан компьютер техникаһы менән йыһазландырылды.
Красноусол баҙары биләмәһендә һатыуға ҡуйылған аҙыҡ-түлек сеймалын һәм малсылыҡ, үҫемлекселек продукт-тарын ветеринар тикшереү үткәреү кабинеты эшләй, уны I категориялы ветеринар табип М.Р.Ғәлиуллин етәкләй. Ветстанцияла ваҡ йорт хайуандарын ҡабул итеү бүлмәһе ойошторолдо, унда консультациялар бирелә, дауалау һәм операциялар үткәрелә. Бында II категориялы табип М.В.Трофимова һәм йәш белгес Э.С.Муллашева эшләй. Һуңғыһы ситтән тороп Аграр университеттың ветеринария факультетына уҡырға инде. Шулай уҡ ветеринар дарыуханабыҙ, барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған яһалма ҡасырыу пункты ла бар.
2020 йылда Юлыҡ, Үзбәк, Яугилде ауылдарында мобиль ветеринар участкалар булдырып, уларҙы компьютер һәм Интернет менән тәьмин иттек, биләмәһен кәртәләп алып, төҙөкләндерҙек. Красноусолдағы төп – ветеринария станцияһы биләмәһендә лә туҡтауһыҙ төҙөкләндереү эштәре алып барып, ғөмүмән, тыштан да, эске яҡтан да һәр ваҡыт тәртип, күркәмлек, матурлыҡ булдырырға тырышабыҙ. Быйылғы коронавирус менән бәйле, ветстанцияның эпизоотияға ҡаршы отряды Красноусол, Табын, Аҡкүл ауылдарындағы күп фатирлы йорт подъездарында киҙеүгә ҡаршы профилактик эшкәртеүҙәр уҙғарҙы. Районыбыҙ мәктәптәренең барыһында ла дератизация (кимереүселәргә) һәм дезинсекция (паразит бөжәктәргә ҡаршы), дезинфекция саралары уҙғарылды.
Беҙҙең коллектив уңған, тырыш, һәр ҡайһыһын үҙ эшенең оҫтаһы тиергә мөмкин, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ҡайһы берҙәре төрлө кимәлдәге бүләкләүҙәргә тәҡдим ителде. Быйыл шулай уҡ юбилярҙарыбыҙ ҙа бар: Аҡкүл ветеринар участкаһы мөдире Михаил Степанович Икшигулов менән Яугилденән Фәнис Шәрифулла улы Абдуллин 60 йәшлек юбилейҙарын билдәләйәсәк.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм ветерандарыбыҙҙы Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, эшегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем.
Читайте нас: