+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Август 2020, 16:45

Һөҙөмтәләр барланып, бурыстар аныҡланды

26 августа районыбыҙҙың мәғариф хеҙмәткәрҙәре традицион август конференцияһына йыйылды. Район хакимиәтенең кәңәшмәләр залында үткән йыйындың быйылғыһы “Цифрлы мөхит һәм дистанциялы уҡытыу шарттарында белем биреү сифаты” темаһына арналып, билдәле сәбәптәргә бәйле, мөғәллимдәрҙең бер ни тиклемен генә йыйҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, педагогтар, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Тантаналы сараны ра-йон хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.З. Байдәүләтова асып, барыһын да яңы уҡыу йылы уңайынан ҡотланы, кәңәшмәнең эшендә уңыштар теләне һәм тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа бирҙе. Артабан район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатов үҙ сығышында район белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегенә ентекле анализ яһаны, уңыштарҙы һәм проблемаларҙы барланы (док-ладтар гәзиттең киләһе һандарында бирелә).
Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең математика уҡытыусыһы Светлана Рогачева менән Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Айрат Миңлебаев мәктәптә һәм өҫтәлмә белем биреүҙә дистанциялы уҡытыу темаһына сығыш яһаны, дәрестәр уҙғарыу тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Конференцияның икенсе өлөшөндә бүләкләүҙәр булды.
Бер төркөм педагогтар район Советы, район хакимиәте, район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Ришат Рәфит улы Иждиһатов республикала физик культура һәм спорт үҫешенә индергән өлөшө өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Һуңғы йылда август конференцияһында район хакимиәте башлығының аҡсалата премияларын тапшырыу матур йолаға әйләнде. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов иң тәүге премияны быйылғы сығарылыш уҡыусыларына тапшырыуҙан башлап, районда берҙән-бер - Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптән физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйыуға өлгәшкән Әнүзә Әнүәр ҡыҙы Азиеваны 25 мең һум, ошо уҡ мәктәптән шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Рәмиз Рөстәм улы Зыязетдиновты 20 мең һумға сертификат менән бүләкләне. 3-сө мәктәп яңы уҡыу йылына айырыуса ҙур уңыштар менән аяҡ баҫа, мәктәп коллективы белем биреү сифатын күтәреүҙә һәм ойоштороуҙа емешле эшмәкәрлек алып барып, директоры Андрей Сергеевич Рудкевич “Иң яҡшы директор” исеменә һәм физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балсыны әҙерләүҙәге шәхсән өлөшө өсөн 10 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды. Красноусолдағы 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе “Йылдың иң яҡшы мәктәбе-2020” номинацияһында еңеп, 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнде. Үзбәк төп дөйөм белем биреү мәктәбе “Йылдың иң яҡшы төп мәктәбе-2020” номинацияһында 50 мең һумлыҡ аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булды.
11-се класс уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Николаевна Детинина менән Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының математика уҡытыусыһы Петр Иванович Михайлов 15-әр мең һум; үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге уңыштары, юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн Дилбәр Дәриғәт ҡыҙы Әсәнова (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты), Ғәлиә Раил ҡыҙы Ғафарова (2-се мәктәп), Елена Викторовна Алексеенко (“Миләшкәй” балалар баҡсаһы), мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында юғары күрһәткестәре өсөн Светлана Николаевна Детинина, Ольга Александровна Денисова, Мария Александровна Кочешкова, Зимфира Рәшит ҡыҙы Солтанова (барыһы ла 3-сө мәктәп уҡытыусылары), Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина, Юлай Рәйес улы Мәүлетҡолов (КБГИ), Олег Сергеевич Николаев (1-се мәктәп) 10-ар мең һумлыҡ сертификаттарға лайыҡ булдылар.
Август конференцияһы сиктәрендә белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү, методик идеялар фестиваленә йомғаҡ яһалып, конкурс еңеүселәре бүләкләнде.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә Рәмил Ҡотдосов - ҡурай, Данир Мәсәлимов думбыра моңдарын, Наталья Шәмсетдинова менән Хызыр Нәзиров моңло, дәртле йырҙарын бүләк итте.
27-28 августа уҡытыусылар өсөн Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙә, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм тәрбиәселәргә “Миләшкәй” балалар баҡсаһында дистанциялы дискуссия майҙансыҡтары ойошторолдо.

Читайте нас: