Һалҡын шишмә буйындағы тау - үҙенең тау башында уйнап, шишмә һыуын эсеп үҫкән, ә хәҙер йөҙҙәре үҙгәргән, маңлайҙары һырланған, күңеле менән генә йәш булған балаларын тау башындағы ҙур тирмәгә йыйҙы. Нисәмә йылдар үткәс бер-беребеҙ менән йөҙҙәрҙә шат йылмайыуҙар, күңел тулып күҙ йәштәре аша ҡосаҡлашып күрешеүҙәр... Бәхетле минуттар Хоҙай биргән беҙгә.
Тирмә эсендә парҙарын борҡотоп самауыр ҡайнап ултыра, өҫтәл һый-хөрмәттән һығылып тора. Бер-беребеҙҙе ҡотлауҙар, мәктәп йылдарын иҫкә алыу, үтеп барған йәшлегебеҙ, Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙең ҡартлыҡ яғына ауышыуы – йәшәү тураһында барҙы һүҙебеҙ. Ниндәй генә һөнәр алып, кем генә булып эшләһәк тә бер-беребеҙҙең йөҙөнә, класташтар исеменә тап төшөрмәүебеҙ менән бәхетлебеҙ һәм ысынлап та ғорурлана алабыҙ.
Был күрешеүҙе ауыл халҡы ла хупланы. Осрашыу була тигәс, ағинәйҙәр, оло ағай-апайҙар телефон аша ҡотланылар. Рәхмәт һеҙгә, ололарыбыҙ. Ҡайһы бер сәбәптәр менән ҡайта алмаусыларҙан да ҡотлауҙар булды. Үҙебеҙ йәш саҡта уйнаған уйындарҙы иҫкә төшөрөү, йырлап-бейеү, йомаҡ әйтешеү ҡыҙыҡ булды. Пионер сафына кереүҙе иҫкә алып, класташыбыҙ Хафиза барыбыҙға ла галстук таратты. Ҡартлыҡты артҡа ҡуйып, бала сағыбыҙға ҡайттыҡ был көндө.
Ошо байрамды ойоштороп йөрөүселәргә, 50 йыллыҡ байрамға килеүсе класташтарыма ҙур рәхмәт әйтеп, иҫән-һау йәшәүҙәрен теләп ҡалам.
Рима (Аҙнағолова) САДИҠОВА.
Ибраһим ауылы.