Балаларҙың теләген дә, техник талаптарҙы ла иҫәпкә алған мәктәп формаһы коллекцияһын Башҡортостандың еңел сәнәғәт ассоциацияһы һәм Өфө дәүләт нефть- техник университеты әҙерләгән.
Етештереүселәр әйтеүенсә, мәктәп формаһы өсөн сифатлы тәбиғи туҡымалар ҡулланылған. Хаҡтары 3–3,5 мең һум тирәһе. Яңы форманың үҙенсәлеге – республика символикаһытөшөрөлгән шевронды ҡулланыу. Ата-әсәләр араһында аңлатыу эшен район мәғариф бүлеге июндә үк башланы. Райондың һәр мәктәбендә мәктәп формаһының дизайны, уңайлылығы, ҡулланыласаҡ туҡымалар тураһында проект презентациялары үтте. Ата-әсәләрҙең күпселеге берҙәм формаға ыңғай ҡарашын белдереп, ул уҡыусыларҙың тышҡы ҡиәфәткә иғтибарын кәметәсәк, тәртипкә һәм йыйнаҡлыҡҡа өйрәтәсәк тип иҫәпләй.
Уҙған йәкшәмбелә Красноусолдағы 2-се мәктәптә етештереүселәр район мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторған йәрминкәлә 300-ҙән ашыу ата-әсә яңы мәктәп формаһын алыу мөмкинлегенә эйә булды (һүрәттә) . Тимәк, яңы уҡыу йылында 1-5-се класс уҡыусыларының күпселеге мәктәпкә уңайлы ла, матур ҙа мәктәп формаһында барасаҡ.
Рәшиҙә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
методик бүлек мөдире.