1 сентябрь – шатлыҡлы хистәр, яңы осрашыу һәм асыштар, сағыу тәьҫораттар менән һуғарылған бөтә халыҡ байрамы, уҡыусылар, педагогтар, ата-әсәләр тормошонда яңы башланғыс.
Беренсе кластар белем усаҡтары тупһаһына тәүге тапҡыр аяҡ баҫа, сығарылыш класс уҡыусыларын мөһим һынауҙар көтә, һәр уҡыусы һәм студент шәхси уңыштарының тағы ла бер баҫҡысына күтәрелә. Улар менән бергә атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә тулҡынлана.
Үҙ эштәренә бирелгән һөнәр оҫталары, педагогтарға фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм юғары рух ныҡлығы өсөн рәхмәтлебеҙ. Балаларыбыҙҙың киләсәктә уҡыуҙа һәм тормошта ни тик-
лем уңышлы булыуы, ниндәй граждандар булып үҫеүе, тыуған төйәгенең, тыуған илебеҙҙең үҫешенә ниндәй өлөш индереүҙәре һеҙгә бәйле.
Хөрмәтле педагогтар! Һеҙгә профессиональ үҫеш, талантлы һәм рәхмәтле тәрбиәләнеүселәр, ә уҡыусыларҙың ата-әсәләренә балаларының ҡаҙаныштары менән йышыраҡ ғорурланырға булһын.
Яңы уҡыу йылында барығыҙға ла уңыштар теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.