+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 12:50

“Беҙ терроризмға ҡаршы!”

3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Тап ошо көндә терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу акциялары ойошторола.

Бынан 16 йыл элек, йәғни 2004 йылдың 1 сентябрендә яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар тарафынан иң ҡот осҡос, вәхшиҙәрсә теракт ҡылынды. Беслан ҡалаһындағы 1-се мәктәптә боевиктар меңдән ашыу баланы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы әсирлеккә алып, ике көн буйына уғата ауыр шарттарҙа – үлем менән йәшәү араһында тотто. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күпселеге азат ителә, әммә 334 кеше ҡорбан була.
3 сентябрҙә Красноусолдың үҙәк урамдарында район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Беҙ терроризмға ҡаршы!” акцияһы үткәрҙе (һүрәттә). Унда Ауырғазы күп профилле колледжының район филиалы студенттары, уҡыусылар, ауыл халҡына терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө тураһында һөйләне, буклеттар таратты.
Был көн терроризм кеүек ҡот осҡос күренешкә ҡаршы көрәштә дәүләт менән йәмғиәттең берләшеү символы булып тора. Беслан фажиғәһе башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаһын, кеше ғүмерҙәре ҡыйылмаһын, тигән саҡырыу сарала ҡыҙыл еп булып үтте.
Читайте нас: