+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Сентябрь 2020, 11:05

Буралар игенгә тула

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 1 сентябргә республика буйынса 2,5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған. Әлегә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 63 проценты йыйылған. Гектарынан уртаса уңыш – 22,6 центнер. Ете районда 100 мең тоннанан ашыу иген һуғылған. Улар – Илеш (146 мең тонна), Саҡмағош (133,4), Стәрлетамаҡ (131), Дәүләкән (106,4), Благовар (104,8), Мәләүез (103,6) һәм Ауырғазы (103,1) райондары.

Көндәрҙең аяҙ тороуынан файҙаланып, республика игенселәре үткән аҙнала урып йыйыу темпын тәүлегенә 60 мең гектарға еткергән. Был йәһәттән айырыуса дүрт район алда килә – Борай, Ейәнсура, Көйөргәҙе һәм беҙҙең Ғафури районы.
Баҫыуҙарҙың уңышы буйынса Саҡмағош аграрийҙары алдынғылыҡты бирмәй. Улар гектарынан – 46,3 центнер уңыш алып, гектар ҡеүәте буйынса әлегәсә республика тарихында булмаған күрһәткескә өлгәшкән. Икенсе урында – илештәр (31,2 центнер), өсөнсөлә – ҡырмыҫҡалылар (29 центнер).
Урып йыйыу эштәре менән бер рәттән киләһе йыл уңышына нигеҙ һалына, республика буйынса 200 меңдән ашыу гектарҙа ужым культуралары сәселгән, был планға ҡарата 40%.
Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығы эшсәндәренең, шул иҫәптән Ғафури игенселәренең фиҙаҡәр хеҙмәтен тейешенсә баһалап, етештереүсәнле эштәре һәм юғары күрһәткестәре өсөн рәхмәт белдергән.
Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәгенән алынған һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, районыбыҙ игенселәре лә һынатмай. Иген культураларының дөйөм майҙанының 78 процентының уңышы йыйып алынған. Уртаса гектар ҡеүәте 22,8 центнер. Шул иҫәптән 3,5 мең гектарҙағы ужым культуралары һәр гектарҙан 25 центнер уңыш биргән. 12,9 мең гектарҙы биләгән яҙғы культураларҙың 72 процентында эш тамамланған, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса гектар ҡеүәте 22 центнер тәшкил итә. Һәр йылдағыса ураҡ эштәрендә “Восход-СТ”, “Сатурн”, “Урожай”, “ШЭ Р.Мөьминов” хужалыҡтары алда килә.
Ә бына “ШЭ Г.Тахтаров” крәҫтиән-фермер хужалығы урып йыйыу эштәрен тулыһынса тамамлап, һәр гектарҙан 23 центнерҙан ашыу уңыш йыйып алған. Әлеге көндә ул киләһе йыл уңышына нигеҙ һалып, баҫыуҙарҙы туңға һөрөү менән мәшғүл. Уҙған йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса республикала баҫыуҙарҙы туңға һөрөүсе механизаторҙар араһында еңеүсе булып, Респуб-лика Башлығы ҡулынан “Шевроле- Нива” автомашинаһы асҡысы алған алдынғы механизатор Василий Беляев агрегаты ужым бойҙайы сәсә (һүрәттә). Радиҡ Хужиәхмәтов келәттән баҫыуға орлоҡ ташый, ә Александр Минеев сәсеү агрегаты артынан баҫыуҙы катуклау менән мәшғүл.
- Эштәр көйлө генә бара, механизаторҙарҙың һәр береһе аяҙ көндәрҙе файҙаланып, ырамлы ғына түгел, сифатлы ла итеп эшләп, ужым культураларын ҡулай ваҡытта сәсеп ҡалырға тырыша, -ти хужалыҡ етәксеһе Г. Тахтаров.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Читайте нас: