Тап ошо көндө Үтәк ауылында яңы йәш ғаилә - Разия менән Фәрит Арслановтарҙың ғаиләһе барлыҡҡа килә.
Ололарҙың һүҙен тотҡанғамы, үҙҙәренең үтә тынғыһыҙлығымы, Разия менән Фәрит шул уҡ йылда өй ҙурайтып керәләр. Бәхеттәрен тулыландырып бер-бер артлы сабыйҙары донъяға килә.
Хеҙмәт юлын әтейебеҙ 14 йәшендә, комбайнсы ярҙамсыһы булып башлай. Техниканы үҙ иткән йәш үҫмер урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы 1-се һөнәрселек училищеһына юллана. Механизатор һөнәрен үҙләштереп ҡайтҡас, өс йыл хәрби хеҙмәт юлын үтә. Ташбүкән ауылының иң һылыу ҡыҙҙарының береһе Разия менән сәстәрен-сәскә бәйләп, Үтәктә төпләнергә ҡарар итәләр.
Әнейебеҙ оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләне. Һәр кешегә яғымлы, мөләйем, егәрле, көләкәс киленде үтәктәр тиҙүк үҙ итә. Өйҙә балаларҙы ҡарашырға ҡәйнәһе булғас, көндәлек йорт мәшәҡәттәренән, төп эшенән тыш колхоз баҫыуында сөгөлдөр үҫтерергә лә өлгөрә.
Донъяһы бөтөн, түңәрәк булғас әтейебеҙ ҙә ең һыҙғанып эшкә тотона. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем көндө-төнгә ялғап баҫыуҙа иген игеп, кукуруз үҫтерһә, ҡышын фермала булды. Хаҡлы ялға сығыр алдынан колхозда келәт, ферма мөдире вазифаһында ла эшләп алды. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙенә йөкмәтелгән эште еренә еткереп, һөҙөмтәле башҡарҙы. Беҙҙе, балаларын да шулай эшләргә өйрәтте. Кешенән бейегерәк булып, тулҡынланып ултырған иген йә булмаһа кукуруз баҫыуы янынан үткән саҡта әтейемдең нисектер тантана, ғорурлыҡ менән “бына күрәһегеҙме, әтейегеҙ үҫтергән иген, кукуруз был”, тип һөйләгәне әлегеләй күҙ алдында. Социалистик ярыштарҙа ла алдынғылыҡты бирмәне әтейебеҙ. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһаланды: көҙҙәрен үҙе үҫтергән культураларҙан юғары уңыш алып, район тантаналарынан күкрәгенә “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тип яҙыулы таҫма тағып ҡайтыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ та, үрнәк тә булды.
Ауылдаштары араһында ла ихтирамлы, абруйлы ул. Шулай булмаһа күп тапҡырҙар оло ышаныс менән уны ауыл Советына үҙҙәренең депутаты итеп һайламаҫтар ине. Байтаҡ йылдар һуҙымында фотоһүрәте райондың Почет таҡтаһында булды. Намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн әтейебеҙ Фәрит Әхмәт улы Арсланов III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән дә бүләкләнде.
Әтейебеҙ бөгөн 70 йәшлек юбилейын үҙ ҡулдары менән һалған ҙур, яҡты йортта, яратҡан тормош иптәше Разия, биш балаһы, ике килене, өс кейәүе, 11 ейән-ейәнсәре менән ҡаршылай. Ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, гөрләтеп донъя көтә улар. Ҡайтҡан һайын йылы ҡараш, тәмле аш-һыу менән ҡаршы алалар, изге теләктәр менән оҙатып ҡалалар. Беҙгә генә түгел, кәрәк саҡта күрше-күлән, туған-тыумасаларға, ауылдаштарына яр-ҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп йәшәйҙәр. Килгән һәр кем йомошон йомошлап, күңеленә тыныслыҡ алып сыға.
Бөгөнгө көндә беҙ, бөтә балалары ла юғары белем алып, был тормошта үҙ юлыбыҙҙы табып, күркәм ғаиләләр ҡороп, уңышлы эшләп йөрөйбөҙ. Олоғайған көндәрендә әтей-әней өсөн ошо иң оло бәхет түгелме ни?! Тырыш хеҙмәт, дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтергән мөхәббәт емештәренең бөгөнгөһөн күреп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр.
Әтейебеҙ менән әнейебеҙгә бәхетле, тулы ғаиләле бала сағыбыҙ өсөн мең рәхмәтлебеҙ. Уларҙың тырышлығы менән 90-сы йылдарҙағы ҡытлыҡ заманын беҙ ишетеп кенә беләбеҙ. Балаларыбыҙ беҙ кейә алмағанды кейеп, беҙ ашай алмағанды ашап үҫһендәр, тип тырышты улар. Аллаһы Тәғәлә уларҙы бөгөнгө бәхеттәренән айырмаһын. Алдағы юбилейҙарын да парлы, мөхәббәтле, тулы, мул тормошта, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, туғандар, дуҫ-иштәр менән сәләмәтлектә ҡаршыларға яҙһын.
Розалия Рахманғолова.