Хәйерле көн, хөрмәтле президиум ағзалары, конференцияла ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар!
Уҙған уҡыу йылы үҙенең йөкмәткеһе менән ғәҙәттәгенән айырылды. 2020 йылдың мартынан уҡытыу процесы илебеҙҙә генә түгел, донъяла ла киҫкен үҙгәрештәргә дусар булды. Коронавирус пандемияһы хәүефе менән бәйле традицион кабинетта уҡыуҙар кинәт кенә тулыһынса дистанциялыға күсерелде. Белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла быға тулыһынса әҙер түгел ине. Әммә уҡытыу процесы туҡталманы.
Районыбыҙ педагогтары уҡыу йылын лайыҡлы тамамланы. Беҙ ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара аңлашып эш итеү һөҙөмтәһендә был ҡатмарлы осорҙо сыҙамлыҡ менән үткәрҙек. Хөрмәтле педагогтар һәм ата-әсәләр, һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм!
“Өйҙә уҡырға ярҙам ит” программаһы сиктәрендә 9 һәм 11-се класс уҡыусыларының уҡыу йылын уңышлы тамамлауҙарына өлгәшеү йәһәтенән район мәғариф бүлеге район хакимиәте һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә электрон белем биреү ресурстары менән тәьмин итеү сараһын күрҙе. 11 сығарылыш уҡыусыһы өсөн планшеттар һатып алынды. Мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә ваҡытлыса файҙаланыу өсөн мәктәптәге компьютер һәм ноутбуктар бирелде.
Милли проекттар - заман талабы
Уҙған йылда Ғафури районының белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеге “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡоролдо. Белем биреү учреждениеларының барыһы ла биш: “Заманса мәктәп”, “Цифрлы белем биреү мөхите”, “Һәр бер баланың уңышы”, “Балалары булған ғаиләләргә ярҙам”, “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проект-тарында ҡатнашыусылар булып тора. Уларҙың ҡайһы берҙәрен беҙ тормошҡа ашыра башланыҡ та инде.
Район мәғариф системаһы – ул 19 урта белем биреү учреждениеһы 18 филиалы менән, 4 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы, алты меңдән ашыу уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм һигеҙ йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр.
Дөйөм белем биреүҙең беренсе кимәле – мәктәпкәсә белем биреү һәр кимәлдәге власть органдары, шулай уҡ йәмәғәтселек яғынан иғтибар үҙәгендә булды һәм булып ҡала.
Районыбыҙ биләмәһендә 22 белем биреү учреждениеһы мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәте күрһәтә. 4 балалар баҡсаһы, юридик берәмек булараҡ, һәм 18 белем биреү ойошмаларында барлығы 85 мәктәпкәсә төркөмдәр эшләй (йәш ярымдан ете йәшкәсә барлығы 1788 тәрбиәләнеүсе иҫәпләнә).
“Балалы ғаиләләргә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәктәпкәсә белем биреүҙе алып барған барлыҡ уҡыу учреждениеларында мәктәпкә йөрөмәгән балаларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) өсөн консультация үҙәктәре
ойошторолдо.
Уңыштар ҙа етерлек
Уҙған йылда мәктәпкәсә белем биреү педагогтары муниципаль һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа уңышлы ҡатнашты. “Йыл педагогы” һөнәри конкурсында Башҡортостан Республикаһының 8 ҡала округы һәм 50 муниципаль районынан 64 ҡатнашыусы араһында “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Викторовна Ковальская “Финанс грамоталылығы нигеҙҙәрен булдырған өсөн” номинацияһында лауреат булды.
Мәктәптә уҡытыуҙың сифатын күтәреү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса районда дөйөм өлгөрөш күрһәткесе 99,3% (2019 йылда – 98,9%), сифат проценты 49,5% тәшкил итте (2019 йылда – 52,1%).
Районыбыҙ мәктәптәрендә урта дөйөм белем биреү курсын уңышлы тамамлап, 147 уҡыусы аттестат алды. Уларҙың 29-ы отличие менән аттестат һәм “Уҡыуҙағы айырыуса уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды (сығарылыш уҡыусыларының дөйөм һанының 19,7 проценты).
396 уҡыусы төп дөйөм белем биреү курсын тамамланы һәм аттестат алды. Уларҙың 26-һы отличиелы (6,6%) аттестатҡа эйә булды.
Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарында 113 сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашып, имтихандарҙы лайыҡлы тапшырҙы. Инглиз теле, рус теле, география, әҙәбиәт, информатика, математика һәм биологиянан район буйынса уртаса балдар республика кимәленән юғарыраҡ булды.
Быйыл беҙҙә физика бу-йынса 100 балл йыйыусы бар. Ул - Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп уҡыусыһы Әнүзә Азиева (уҡытыусыһы А.С.Рудкевич). Ошо уҡ мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы Рәмиз Зыязетдинов БДИ-ла юғары балдары өсөн ра-йон хакимиәте башлығы грантына лайыҡ булды.
Белем биреү сифатын күтәреү буйынса һәләтле балалар менән эшләү һәм уларҙы уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыуға әҙерләү-эштең мөһим йүнәлештәре. Уҙған уҡыу йылында 19 предмет буйынса уҙғарылған район олимпиадаһында 1023 уҡыусы (5-11-се кластар) ҡатнашты, 2019 йылға ҡарата 120 уҡыусыға күберәк. Муниципаль этапта 246 уҡыусы призер һәм еңеүсе булды. Иң көслө тип табылған 23 уҡыусы төбәк этабында ҡатнашып, 7-һе призер булды.
Яңы йүнәлештәр
2020 йылда “Һәр бер баланың уңышы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә районда өҫтәлмә белем биреүҙе персоналләштерелгән финанслау индерелә. Был йүнәлеш буйынса ҙур ойоштороу эштәре уҙғарылды. Норматив база эшләнеп ҡабул ителде. 2020 йылдың 1 сентябренә тиклем Ғафури районы биләмәһендә йәшәүсе балаларҙы персоналләштерелгән финанслау Ҡағиҙәләренә ярашлы өҫтәлмә белемгә иҫәп сертификаты менән тәьмин итеүҙе ойоштороу планлаштырыла. Бының өсөн барлыҡ белем биреү учреждениеларындағы 5-тән 18 йәшкә тиклемге балалар “Өҫтәлмә белем биреү навигаторы” мәғлүмәт системаһында теркәлергә тейеш. Бөгөнгө көнгә был йәштәге балаларҙың 29% ғына теркәлеү үткән. Был йүнәлештә эште әүҙемләштереүҙе контролгә алырға кәрәк.
“Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проекты иң ҙур урын алып тора. Бөгөнгө көндә районыбыҙ мәктәптәрендә 565 педагог эшләй. Уларҙың 20% - пенсия йәшендәге уҡытыусылар, 18 уҡытыусы – 60 йәштән өлкәнерәктәр. Йәш педагогтарға аҡсалата компенсация түләүҙәре иҫәбенә кадрҙар ҡытлығын ҡыҫҡартырға тырышһаҡ та, бөгөнгө көнгә ра-йонда 10 вакансия асыҡ ҡала (районыбыҙ мәктәптәренә математика, рус һәм инглиз теле, биология уҡытыусылары кәрәк). Кадрҙар менән тәьмин итеү проблемаһы педагогтарҙы кәрәкле специальносҡа ҡайтанан уҡытыу менән өлөшләтә хәл ителә, был педагогтарға ауырлыҡ өҫтәй. Шуға ла мәктәптәрҙә административ советтар уҙғарып, унда һәр мәктәптә кәм тигәндә алдағы 3 йылға кадрҙар менән тәьмин итеүҙе анализларға һәм учреждениеның эш перспективаһын уйларға кәрәк.
Алдынғыларға - грант
Уҡытыусының һөнәри оҫталығын күтәреүҙең бер сараһы булып педагогик оҫталыҡ конкурстары тора. Районыбыҙ педагогтары һәр төрлө респуб-
лика һәм Бөтә Рәсәй конкурс-тарында ҡатнашалар. Яҡшы һөҙөмтәләр ҙә бар. Красно-
усол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Зөһрә Айҙар ҡыҙы Исиргакова республиканың иң яҡшы рус теле уҡытыусылары конкурсында ҡатнашып, 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Башҡорт гимназияһының биология уҡытыусыһы Ирина Ильяс ҡыҙы Вафина педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн яҡшы уҡытыусы булараҡ 200 мең һум күләмендәге Президент грантына эйә булды.
Балалар сәләмәтлеген хәстәрләп
Мәғариф системаһының балаларыбыҙҙың сәләмәтлеген нығытыу өҫтөнлөклө бурысы булып тора. Балаларыбыҙҙың сәләмәтлеге – ул шулай уҡ “Сәләмәт йылмайыу” ҙа.
Мәктәптәге стоматология кабинеты – балаларҙың күп кенә “теш” проблемаларын хәл итеүҙең идеаль урыны. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарары һәм БР Мәғариф һәм фән министрлығының бойороғо нигеҙендә 2019 йылдың 6 сентябренән Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә “Үргә ос!” проекты эшен башланы. Был проекттың модуле булып “Сәләмәт йылма-йыу” тора.
БР Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектәге делегация составында Мәскәүҙә уҙған “Сәләмәт милләт – Рәсәйҙең сәскә атыуы” тигән форумда ҡатнашып, тап республикала, шул иҫәптән беҙҙә лә тормошҡа ашырылған ошо “Үргә ос” белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен презентациялап ҡайттыҡ.
2019 йылдың ноябрендә стоматология кабинетына матур косметик ремонт һәм 1 млн 572 мең һумлыҡ (республика бюджетынан) һәм муниципаль бюджеттан 34 мең 901 һумға яңы заманса ҡорамал урынлаштырылып, реконструкция уҙғарылды.
“Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә стоматология кабинеты эшен ойоштороу буйынса “юл картаһы”на ярашлы, яңы уҡыу йылынан Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыусылар өсөн стоматологик ярҙам күрһәтеү буйынса эште дауам итеү күҙаллана.
Шулай уҡ яңы уҡыу йылынан 1-се урта мәктәптә лә стоматология кабинеты булдырыу планлаштырыла. Унда 700-ҙән ашыу кешегә стоматологик хеҙмәттәр күрһәтеү күҙалланып, бында 3-сө мәктәп уҡыусылары ла тештәрен дауалаясаҡ.
Алда билдәләүемсә, һау-сәләмәт баланың үҫеше өсөн дөрөҫ туҡланыу талап ителә. Уҡыусыларҙың ҡайнар аш менән туҡланыуын ойоштороуға респуб-лика бюджетынан күмәк балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған бер балаға көнөнә 45 һум күләмендә аҡса бүленһә, 2020 йылдың 1 сентябренән был сумма көнөнә 55 һумғаса артты. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сик-ле һәм инвалид балалар көнөнә 100 һумлыҡ суммаға ике тапҡыр бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ яңы уҡыу йылында барлыҡ башланғыс класс уҡыусылары өсөн федераль бюджеттан көнөнә 55 һум күләмендә аҡса бүленәсәк.
Хөрмәтле коллегалар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы уҡыу йылы – яңы осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы асыштар, барлыҡ уй-хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу, үҙеңдең белемең һәм тәжрибәңде, һөйөү һәм хәстәрлегеңде йәш быуынға биреү мәле менән ҡотлайым. Һеҙҙең иңегеҙҙә - ҙур яуаплылыҡ! Һеҙ һайлаған миссия ихтирамға лайыҡ, яңы граждандарҙы тәрбиәләү ауыр бурыс ҡына түгел – ул хеҙмәт итеү, педагогтан даими камиллашыуҙы, үҙ-үҙеңде тота белеүҙе, йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙер булыуҙы талап итә. Уҡыусы менән уҡытыусының йәнле аралашыуын бер ни ҙә алыштыра алмай! Һәм беҙ ышанабыҙ, яңы уҡыу йылы балаларҙың шат тауыштарынан башланыр, мәктәп коридорҙары һәм кабинеттарында көләс йөҙлө балалар үҙҙәренең уҡытыусылары һәм класташтары менән осрашыу шатлығын кисерер (әлбиттә, бөтөн санитар нормалар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү шарттарында). Ныҡлы һаулыҡ, һөнәри энергияғыҙҙың артыуын, ижади уңыштар һәм бәхет теләйем!
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!