+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Сентябрь 2020, 13:35

Күңелендә донъя матурлығы

“Хоҙай донъяны иҫ киткес матур итеп яралтҡан. Беҙ – кешеләр, тормош мәшәҡәттәренән арынып, ошо матурлыҡты, гүзәллекте күрә, аңлай, һаҡлай белергә тейешбеҙ. Ҡулына ҡәләм алып, шиғриәт иленә аяҡ баҫҡандар ниндәй бәхетле! Уларҙың күңелендә ҡоштар һайрай, шишмәләр сылтырай, сал тарих менән бергә бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ йәшәй” тип яҙғайны бер мәл районыбыҙҙа билдәле шәхес, 36 йыл хеҙмәт стажы булған педагог, 10 йылдан ашыу “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһен етәкләгән шағирә Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова.

Ошо йәһәттән Рәмзиә Ғайса ҡыҙының үҙен дә бик бәхетле тип әйтергә була. Ул теүәл 65 йыл элек хозур тәбиғәтле, шағир күңеленә илһам бирерлек бейек тауҙары, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар ҡуйынындағы Мәндем ауылында донъяға килә. Тыуған яғының гүзәллегенә һоҡланып, ғорурланып үҫкән ҡыҙ, күңелендә тыуған хистәрҙе шиғыр юлдарына һала. Алтынсы класта уҡығанда уның шиғырҙары республика балалар гәзитендә баҫыла башлай. Шиғриәткә ғашиҡ кеше урта мәктәп тамамлағас, артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын һайлай. Уны тамамлап, 1977 йыл тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Йәш педагогтың тырышлығын, ойоштороу һәләтен күреп, уны директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар һәм ошо вазифаны Рәмзиә Ғайса ҡыҙы тәүҙә - тыуған Мәндем мәктәбендә, һуңынан Красноусол башҡорт гимназия-интернатында күңел биреп башҡарҙы. Шиғриәтте лә ташламаны. Үҙе лә яҙҙы, ижади түңәрәк ойоштороп балаларҙы әҙәбиәткә, шиғриәткә ылыҡтырҙы. Уҡыусылары ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алып килде. Намыҫлы, тырыш хеҙмәт, әлбиттә, баһаланмай ҡалмай. Уға “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһе (1991 йыл), “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” (2006 йыл) исеме бирелде. “Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүсеһе” (2007 йыл). “Ал да нур сәс халҡыңа” (2019), “Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы” (2019) миҙалдарына лайыҡ булды. Башҡортостан хөкүмәте, мәғариф министрлығы, район хакимиәте, “Табын” район гәзитенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ә иң мөһиме һәм бәхеттең иң ҙуры – Рәмзиә Ғайса ҡыҙы бөгөн дә, район ағинәйҙәре ойошмаһын етәкләп тынғыһыҙ, яуаплы мәшәҡәттәр менән булғанда ла ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ҡырылмаһа ҡырҡ мәшәҡәттәрен бер мәлгә генә ситкә ҡуйып, йөрәккә үтерлек шиғырҙар ижад итә. Тәү ҡарашҡа үтә тыныс, әммә тетрәндергес, уйландырғыс шиғырҙар. Артабан да донъя матурлығын күреп, ошо гүзәллектән илһам алып ижад итергә булһын, Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. Үҙегеҙ әйтмешләй күңелендә йыр-моң, шиғриәт булған кеше ниндәй бәхетле. Ошо бәхеттән айырмаһын бер үк Хоҙай.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Читайте нас: