+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Сентябрь 2020, 13:00

Ныҡлы база – уңышлы эшкә нигеҙ

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә көнкүрешебеҙҙә уңайлыҡтар булдырыусы Нефть һәм газ сәнәғәте, шулай уҡ районыбыҙҙың газ хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Газпром Өфө газ бүлеүсе” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат филиалы Ғафури газ хеҙмәте начальнигы, утыҙ йыл хеҙмәт стажы булған белгес Рөстәм Хажиәхмәт улы Ғөбәйҙуллин менән әңгәмәләштек.

- Йылдағыса, һөнәри байрамыбыҙҙы һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайбыҙ. Ғафури газ хеҙмәте “Газпром Өфө газ бүлеүсе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат филиалы төркөмөндә республикала күрһәткестәр буйынса иң алдынғылар рәтендә. Беҙҙә күпселек 10-15 йыл хеҙмәт стажы булған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар үҙ эшен төплө белгән һөнәр эйәләре генә түгел, ә ошо эшкә бирелгән, тоғро, яуаплы кешеләр тип тә әйтер инем. Коллективтағы 60 кеше өсөн эш күләме етерлек. Ойошмаға район буйынса 722 километр оҙонлоҡтағы газ үткәргестәрҙе, 106 газ бүлеү пунктын хеҙмәтләндереү йөкмәтелгән. Бөгөнгө көндә абоненттар һаны 8485-кә етте.
- Районда газ үткәреү темпы нисек, “зәңгәр яғыулыҡҡа”, газ үткәреү өсөн кәрәк-яраҡҡа - ҡаҙанлыҡҡа, плитәгә хаҡтарҙың арта барыуы халыҡты ҡурҡытмаймы?
- Был тәңгәлдә ыңғай үҫеш күҙәтелә. Халыҡтан газ хеҙмәтенә ошо уңайлыҡты файҙаланырға теләп яҙған ғаризалар ҙа артҡандан-арта. Әле 225 ғариза эш өҫтөндә. Үткән йылдарҙа 100-120 генә ғариза килә ине. Был үҫеш динамикаһында рес-публика хөкүмәтенең ярҙамы, газ үткәрергә теләүсе аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә, хәрби хәрәкәт ветерандарына тейешле сертификат бирелеүе ҙур этәргес булды. Ул газ үткәреү сығымдарын яртылаш йәки тотош ҡаплай. Әлеге ваҡытта йорттарға газ үткәреү буйынса Красноусол, Ҡормантау ауылдарында ныҡлы үҫеш бар. Шуны ла әйтергә кәрәк, газ менән ҡулланыусылар үҙҙәрендә лә яуаплылыҡ тойоп, “зәңгәр ут”тан файҙаланыу ҡағиҙәләрен, талаптарын теүәл үтәһендәр ине. Юғиһә, ҡайһы берҙә газ белгестәрен саҡырыу урынына, күршеләренә йүгерәләр. Беҙ талап иткән ҡағиҙәләр үтәлеше уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк бит.
- Ә бына “зәңгәр яғыулыҡ” әлегәсә барып етмәгән ауылдарға газ торбалары һуҙыу планлаштырылмаймы?
- Был тәңгәлдә эш бара, әлбиттә. Бына, мәҫәлән, быйыл Ҡаранйылға, Ҡолҡан ауылдарына проект эше башланды. Уның менән “Газпром” шөғөлләнә. Түбәнге һәм Үрге Ташбүкән, Ҡурғашлы ауылдарында разведка эшләнде. Шулай уҡ был да беҙҙең компания йүнәлеше буйынса эшләнә. Ағымдағы закон буйынса ауыл эсендә, урам газ үткәргестәрен төҙөү мәсьәләһен газ хеҙмәткәрҙәре түгел, ә урындағы үҙидара органдары хәл итә. Шулай булғас һорауҙарҙы урындағы власҡа йүнәлтергә кәрәк. Беҙ үҙебеҙ газ селтәрен төҙөгән саҡтар ҙа бар ине, ул турала хәҙер хыялланырға ғына ҡала.
- Пандемия осоронда һеҙҙә эш нисек барҙы, быйыл ҡышҡы йылытыу сезонына әҙерлек ниндәй кимәлдә?
- Әлбиттә, коронавирус пандемияһы беҙгә лә ҡағылмай ҡалманы, ҡайһы бер айҙарҙа ярты коллектив өйҙә булды. Бындай режимда эшләп булмағанлығын да аңланыҡ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, бер тәртиптә эшләйбеҙ. Ҡорамалдарға йылына ике тапҡыр ағымдағы, бер тапҡыр капиталь ремонт уҙғарыла. Алдағы йылдарҙа газ ҡулланыу ҡорамалдары ныҡлы яңыртылды. Булдырылған ныҡлы база ун йыл хеҙмәт итә ала, шулай ҙа ҡайһыларын алыштырып, яңыртырбыҙ тип уйлашабыҙ. Техникалар ҙа һәйбәт торошта.
- Һөнәри байрам уңайынан, ғәҙәттә, айырыуса уңғанлыҡ күрһәтеүселәрҙе барлау йолаһы бар.
- Юғарыла билдәләп үтеүемсә, коллективта үҙ һөнәрен намыҫ менән башҡарған яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Беҙ бер бөтөн организм кеүекбеҙ. Татыу, берҙәм, эшсән, бер-береһен алыштырырҙай хеҙмәткәрҙәр тупланыуын иҫәпкә алып, барыһы ла маҡтауға лайыҡ тип әйтергә кәрәк. Байрам уңайынан Өфөләге төп ведомствонан Илдар Кәримовҡа Маҡтау грамотаһы тапшырыласағы шатлыҡлы ваҡиға. Иң ҙур стажға һәм тәжрибәгә эйә булған ветерандарыбыҙҙы ла атап үтмәү мөмкин түгел. Улар - хаҡлы ялға сығасаҡ иретеп-йәбештереүсе Камил Солтанғолов, утыҙ йылға яҡын ғүмерен газ хеҙмәтенә бағышлаған мастер Рәмил Ғәббәсов, АВР слесары Азамат Хәйретдинов һәм иретеп-йәбештереүсе Айрат Солтанбәков. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, ошо тармаҡта эшләп, хаҡлы ялға киткән хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы һәм коллегаларҙы байрамыбыҙ айҡанлы ихлас ҡотлап, еңел булмаған, яуаплы эштәрендә хеҙмәт уңыштары, һаулыҡ, ғаиләләрендә именлек, күтәренке кәйеф теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рөстәм Хажиәхмәт улы. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Читайте нас: