+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 20:30

Ҡаһарманлыҡтары тарих биттәрендә

Тыуған халҡымдың Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүенән һуң 75 йыл үтте, ә уның тураһындағы иҫтәлек мәңге оноторлоҡ түгел. Телевизорҙа көн һайын һуғыш тураһында кинофильмдар күрһәтелә, төрлө тапшырыуҙар алып барыла. Шул һуғыш яланындағы яугирҙар сафында күңелем аша мин һәр ваҡыт атайымды күрәм кеүек.

Сығышы менән Имәндәш ауылынан булған Мөхәмәтйән Мөхәмәтҡол улы Әхмәтовтың, йәғни атайымдың яҙмышын сағыу йондоҙға тиңләр инем.
Атайым 1907 йылда ағас оҫтаһы Мөхәмәтҡол олатайым менән Ҡауарҙы ауылы ҡыҙы Гөлнәфис өләсәйемдең тәүге балаһы булып донъяға килә. Уға өс йәш булғанда, икенсе улдары Хөсәйен тыуа, ҡыҙғанысҡа күрә, өләсәйем улын ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫа алмай, баланан һуң вафат була. Олатайым күрше Тайыш ауылы ҡыҙы Хәйернисаға өйләнә һәм ғаиләлә тағы биш бала: Рахманғол, Юныс, Малик, Рәйсә, Рауза тыуа. Алға китеп шуны ла әйтергә кәрәк, был һуғышҡа олатайым өс улын оҙата, береһе - Рахманғоло һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмай, ата-
йым менән Юныс ағайым ғына ҡайта.
Ул замандарҙа тормош ауыр, күп балалы ғаиләләргә бигерәк тә. Атайыма 17 йәш булғас, күрше Сәйетбаба ауылынан 15 йәшлек Фәғилә исемле ҡыҙҙы һоратып, атайымды өйләндереп башҡа сығаралар. Инәйем дә (әсәйҙе беҙҙә шулай тиҙәр) үгәй әсәй ҡулында үҫкән була. Ҡышҡы һалҡынға тик-лем улар тырышып-тырышып йүкә ағасының ҡайырын һыҙырып, бәләкәй генә аласыҡ яһап, шунда тормош көтә башлайҙар.
1931 йылда ауылда “Шишмә” (һуңғыһы “Еҙем”) колхозы төҙөлә. Күптәр колхозға кереп эшләй башлай. Атайымды колхоз бригадиры итеп ҡуялар, алты айға курсҡа ебәреп уҡыталар. 1932-1936 йылдарҙа – бригадир, ә 1936-1941 йылдарҙа колхоздың һыйыр фермаһында ферма мөдире вазифаһын башҡара.
1941 йылда һуғыш башланғас, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, район хәрби комиссариатына бара. Әммә унда: “Һыйырҙарға етерлек аҙыҡ әҙерләп, ферманы ҡышҡылыҡҡа бер баш малды ла юғалтмаҫлыҡ итеп әҙерләйһең, шунан ғына фронтҡа”, - тип ҡайтаралар. Ә инде 1942 йылдың ғинуарында һуғышҡа алына. 1942 йылдың 8 мартында хәрби ант ҡабул итә. Ул һуғышта өс тапҡыр яралана. Тәүгеһе - 1942 йылдың 7 майында Мәскәү янында. Икенсеһендә 1942 йылдың 16 авгусынан 29 декабргә тиклем госпиталдә ята. Өсөнсөһө - 1943 йылдың 11 февралендә. Ҡаты яраланған атайымды өйгә ҡайтаралар. Ауыл-
да һыйыр фермаһы бөлгән, атайыма ферманы тағы ла аяҡҡа баҫтырырға фарман бирелә. Яралары төҙәлгәс, 1944 йылда ҡабаттан фронтҡа оҙатыла, ул Харьков, Одесса ҡалаларын, Украина, Румыния, Венгрия, Чехословакия, Австрия илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Германия еренә 1945 йылдың 5 майында аяҡ баҫа. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ата-
йым 1945 йылдың 8 июлендә сыҡҡан приказ нигеҙендә Суворов һәм III дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнә.
Ул һуғыш ваҡиғаларын һөйләгәндә күҙҙәрендә ғорурлыҡ сатҡылары балҡый ине. Сталин тураһында инде күп маҡтау һүҙҙәре әйтә торғайны.
"Һуғышта: “За Родину! За Сталина! Ни шагу назад, только вперед!” - тигән һүҙҙәр менән алға ынтыла инек. Үлем тураһында бик уйламай торғайным, шуға ла мине Хоҙай тере ҡалдырғандыр. Балаларым хаҡына әйләнеп ҡайтҡанмындыр инде. Ай-һай, бик мәхшәр булды бит. Ну, Гитлерҙы ла дөмөктөрҙөк, Аллаға шөкөр,” - тиер ине атайым мәрхүм.
Ауылымда бөгөн һуғыш ветерандарының тереләре юҡ. Әммә уларҙы һәр өйҙә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре онотмайҙар. Ҡайтып та 75-се йылға тиклем мәрхүмдәр: Ғәлиәхмәт Аҙналин, Ғәбит Ваһапов, Мәхмүт Шәрипов, Закир һәм Сөләймән Йәғәфәровтар, Бәхтегәрәй Ибраһимов, Сөләймән Мөхтәров, Ишмөхәмәт Түзбәков, Ирғәли Кәримов, Сабирйән, Ғәббәс, Ғәлиулла Урманшиндар, Мансур Шәмсетдинов, Ғәбит Ибәтуллин, Сәйет Мәхмүтов, Хызыр Мәһәҙиев, Тайып Ишемйәров, Ғиззәт Иғзаҡов. Бәлки мин белмәгәндәр ҙә барҙыр.
Эйе, был ҡәһәрле һуғыш батыр, көслө, ҡыйыу ағайҙарҙың, атай-олатайҙарҙың ғүмерен өҙгән, уларҙың күңелен яралаған. Күңел, рух бушлығын кәүҙәләндергән ул дәүер хәҙер беҙҙән алыҫлаша бара. Әммә беҙ, хәҙерге һәм киләсәк быуындар, быларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Ысынлап та, һуғыш ветерандарының һәр береһен мәңге үлмәҫ итеп, тарих биттәренә яҙырлыҡ.
Гөлшат ӘХМӘТОВА (КӘЛИМУЛЛИНА),
мәғариф ветераны.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: