+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 12:25

Етемдәргә – фатир сертификаттары

1 сентябрҙә район хакимиәтенең ултырыштар залында матур сара үтте. Был көндө тантаналы шарттарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ҡараған йәштәргә фатир сертификаттары тапшырылды. Тап ошо көндө бәхетлеләр исемлегендәге 13 кеше үҙҙәренең өр-яңы фатирҙары ишеген асып инде.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов сертификаттар тапшырып, барыһын да оҙаҡ көтөп алынған шатлыҡлы мәлдәре менән ҡотлап, үҙҙәренең йәшәү урынына һаҡсыл ҡарауҙарын, унда иҫән-һау, шатланып ҡына йәшәүҙәрен, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙәрен, уҡып, һәр йәһәттән булдыҡлы кешеләр булыуҙарын теләне.
Фәнзил Фәйез улы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға төбәп, торлаҡ ентекле тикшерелеп һайланыуын, фатирҙарҙың тулыһынса әҙер булыуын, бер ниндәй ҙә ремонт талап ителмәүен билдәләп үтте. 10 кешегә фатир Красноусолдағы Ке-йекбаев урамы, 25А адресы буйынса төҙөлгән яңы йорттан бирелгән. Уны “СтәрлетамаҡНефтеХимМонтаж” ЯСЙ-е подряд ойошмаһы (директоры – А.А.Степанов) төҙөгән. Лубат биҫтәһенең Мостай Кәрим урамындағы 37-се һанлы күп фатирлы йорттан (“Маҡсат” ЯСЙ-е подряд ойошмаһы, директоры – С.А.Литвинов) бирелгән ике фатир үҙ хужаларын көтә. Бер фатир Баҡса урамы, 17/1-се йорттан бирелгән. Фатирҙарҙың барыһы ла бер бүлмәле, дөйөм 11 млн. 414 124,9 һумға һатып алынған.
Читайте нас: