+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 22:40

Хәстәрлекле етәксе

Мин был мәҡәләмдә беҙҙең Родина – Ватан ауылы ҡараған Табын ауыл биләмәһе башлығы, йәш депутат Фидан Фәнүр улы Ғүмәровтың эштәре хаҡында һөйләмәксемен. Эш башлауына әле бер йыл да тулмауға ҡарамаҫтан, ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, биләмә халҡының ихтирамын яулап өлгөрҙө. Фидан Фәнүр улы ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә иғтибарлап тыңлай һәм тиҙ арала ярҙам күрһәтеүҙе хәстәрләй башлай.

Родина ауылы уртаһында тирә-яҡты йәмһеҙләп ултырған иҫке клубты һүтергә күпме һораһаҡ та сараһын тапмайҙар ине, ә Фидан Фәнүр улы уны тиҙ арала хәл итеп тә ҡуйҙы. Ауылыбыҙ емереклектән ҡотолоп, йәмләнеп ҡалды. Киләсәктә ауыл халҡы ошо урында ял паркы һәм балалар уйнар өсөн майҙансыҡ күрергә теләй. Алла бирһә киләһе йылдарҙа йәш етәксебеҙ менән был теләкте лә тормошҡа ашырырбыҙ тигән өмөт бар.
Ауыл кешеләре нимә менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә үҙҙәренең наказы үтәлеренә ышана. Урам буйында бик оло булып үҫеп ултырған тирәктәрҙе йыҡтырыу тиһеңме, соҡор-саҡырлы урамдарға таш түшәү булһынмы, сүп йыйырға яңы контейнерҙар килтереү тиһеңме – был эштәр ауылда йәшәүселәрҙең тормошо яҡшырһын өсөн эшләнә.
Биләмәлә таҙалыҡты тикшереү рейдтары ла даими үтеп тора. Быйыл беҙ Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып алған тракторыбыҙға тағылма инвентарҙар алырға йыйынабыҙ.
Табын ауыл биләмәһенә 10 ауыл ҡарай, беҙ шуларҙың береһе генә. Фидан Фәнүр улы уларҙың һәр береһендә халыҡтың көнкүреше яҡшырһын өсөн тырыша. Мин инде һигеҙенсе йыл староста булып эшләү дәүеремдә өсөнсө ауыл советы рәйесе менән эшләйем. Улар менән дә ауыл халҡы өсөн күп яҡшы эштәр башҡарҙыҡ. Фидан Фәнүр улы кешеләргә иғтибарлы, хәстәрлекле булыуы менән беҙҙең ауыл халҡына бик оҡшай. Беҙ уның эшенән ҡәнәғәтбеҙ. Алдағы тормошонда һәм эшеңдә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ, әлегеләй һайлаусыларҙың ихтирамы юлдаш булһын, Фидан Фәнүр улы!
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Родина – Ватан ауылы старостаһы.
Читайте нас: