-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 12:30

Батыр даны мәңгелек

27 августа илебеҙҙең бөтә субъекттарында ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәрхүм булғандарҙың батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең “2019-2020 йылдарҙа Ватаныбыҙ азатлығы өсөн һәләк булыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү” тураһындағы федераль маҡсатлы программаһы һәм РФ-ның оборона министры ҡарары менән ойошторолған “Бер ус тупраҡ” акцияһы үтте.

Белеүебеҙсә, беҙҙең район биш Советтар Союзы Геройы төбәге булып тора, шуларҙың икәүһе сығышы менән Яңғыҙҡайын ауылынан. Әммә биш Геройҙың берәүһе - Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов ҡына тыуған ерендә ерләнгән.
Зәйнетдин Әхмәтйәнов 1897 йылдың 21 сентябрендә Яңғыҙҡайын ауылында тыуған. Шунда башланғыс белем ала. 1919-1921 йылдарҙағы Граждандар һуғышында ҡатнашып, петлюровсылар һәм махносыларға ҡаршы һуғышҡан. 1921-1929 йылдарҙа атаһының хужалығында игенселек менән шөғөлләнә, 1930 йылдан 1941 йылға тиклем райондағы «Ҡыҙыл яр» колхозында башта бригадир, һуңынан келәт мөдире булып эшләй. 1942 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл Армияға саҡырыла.
1944 йылдың 19 июлендә Львов өлкәһендәге Соколь ҡалаһы тирәһендә Көнбайыш Буг йылғаһы аша сыҡҡанда 134-се айырым гвардия саперҙар батальоны сапёры (1-се Украина фронты, 1-се гвардия танкылар армияһы, 11-се гвардия танкылар корпусы) гвардия ефрейторы Зәйнетдин Әхмәтйәнов өҙлөкһөҙ ут аҫтында тәгәрмәсле транспортты сығарыу өсөн күпер төҙөүҙән бер минутҡа ла туҡтамай. Үҙенең фиҙаҡәрлеге менән взвод саперҙарын да ылыҡтыра һәм йөкмәтелгән бурысты ваҡытынан алда үтәп сығалар.
1944 йылдың 23 июлендә Высоцкое ауылы янында Сан йылғаһы аша күпер төҙөгәндә батыр сапер дошман ҡулында булған йылғаның һул ярына сыға һәм ағас материалдарына инженер разведкаһы үткәрә. Ике сәғәт буйы һыу эсендә тороп, автомат һәм миномет уты аҫтында, күперҙең таяуҙарын ҡора.
Әхмәтйәнов Польшаның Көнбайыш Макув ҡалаһы янындағы Висла йылғаһы аша сыҡҡан саҡта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 30 июнендә ул ике кәмә беркетелгән паромда рулевой булып, артиллерия орудиеларын йылға аша сығара һәм өс тәүлек дауамында алһыҙ-ялһыҙ паромда ҡала.
Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәновҡа Советтар Союзы Геройы исеме СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 23 сентябрендәге Указына ярашлы бирелә, уға Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырыла.
Һуғыштан һуң батыр яугир тыуған ауылы Яңғыҙҡайынға ҡайта һәм 1945 йылдан 1960 йылға тик-лем Ленин исемендәге колхозда эшләй. Юғарыла билдәләп үтелгәндәрҙән тыш уның күкрәген
I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Батырлыҡ ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа юбилей миҙалдары биҙәй.
1981 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй, 1990 йылдың 30 ғинуарында 92 йәшендә мәрхүм була.
Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ефрейтор, Советтар Союзы Геройы Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәновтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Яңғыҙҡайын ауылында ойошторолған хәрби-патриотик сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар урынбаҫары Альберт Тимербулатов, урындағы ДОСААФ етәксеһе В.Калачигов, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, “Йәш армия” клубы (етәксеһе А.Миңлебаев), Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғ.Фәйезов һәм башҡалар ҡатнашты.
Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, Ғаян Заһретдин улы “Бер ус тупраҡ” акцияһының ҙур әһәмиәтен һәм тарихи ҡиммәтен баһалап, яңғыҙҡайындарҙың бөтә донъяға танылған ике Герой үҫтергән ерҙә йәшәүҙәренә сикһеҙ ғорурланыуын белдерҙе.
- Герой ауылдашыбыҙ ҡәберенән алынған бер ус тупраҡтың Мәскәүҙә һаҡланыуына бик шатбыҙ, - тине ул.
“Бер ус тупраҡ” акцияһында ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, ҡәберлеккә юлланды. Герой ҡәберлеге тәртиптә, йыйыштырыулы.
Ауыл мәсетенең имам-хатибы Зәйнетдин Әхмәтйәновҡа бағышлап Ҡөрьән аяты уҡығандан һуң, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар урынбаҫары Альберт Тимербулатов сығыш яһап, илебеҙ үҙ батырҙарын онотмауын, улар ғорурлығыбыҙ булып тороуын әйтеп үттеләр.
Йәш армеецтар Зәйнетдин Әхмәтйәновтың ҡәберенән бер ус тупраҡ алып, исемле янсыҡҡа һалды һәм Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар урынбаҫары Альберт Тимербулатовҡа тапшырҙы. Янсыҡҡа һалынған тупраҡ Мәскәүҙә махсус капсулаға һалынып, ошондай уҡ башҡа капсулалар менән РФ Ҡораллы Көстәренең тарихи-мемориаль комплексындағы "Хәтер юлы"нда урынлаштырыласаҡ.
Хәрби комиссар урынбаҫары А.Тимербулатов был яңы, изге башланғысты артабан да дауам итеп, районыбыҙҙың башҡа Геройҙары ҡәберенән дә бер ус тупраҡ алынып, Мәскәүгә оҙатыласағын билдәләп үтте.
Был акцияла геройҙың иң яҡындарынан ике ейәне Альберт Шәрифулла улы Ишмөхәмәтов һәм фамилияһын дауам итеүсе Флүр Сәйфетдин улы Әхмәтйәнов та ҡатнашты. Улар олаталарын тыйнаҡ, ябай кеше булараҡ иҫкә алды. Геройҙың биш балаһынан ике ҡыҙы иҫән. Нәзирә Өфө ҡалаһында йәшәһә, Тәнзилә Кушнаренкола төпләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар был сараға килә алмаған.
Батыр үҙе үлһә лә, даны мәңгелек. Тыуған илен, ерен дошмандарҙан һаҡлап ҡыйыу алышҡан батырҙарыбыҙҙың исеме мәңге йәшәр.
Читайте нас: