+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 16:35

Ике биләмә тракторлы булды

Республикабыҙҙа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырылған Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы районда ла хуплап ҡаршы алынып, алтынсы йыл инде уңышлы эшләй. Районыбыҙҙың күп кенә ауыл биләмәләре программаға мөрәжәғәт итеп, үҙ проекттарын тормошҡа ашырҙы. Быйылғы “ППМИ-2020”-нең һайлап алыу конкурсында Красно-усол, Бельский, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын, Аҡкүл, Толпар, Табын, Үтәк ауыл советтары еңеп сығыуы хаҡында күптәр хәбәрҙарҙыр инде.

Ҡауарҙы һәм Толпар ауыл биләмәләре халҡы программа сиктәрендә “МТЗ-82” тракторҙары алырға ҡарар иткәйне. Был ике ауыл биләмәһенең дә проекты конкурс һынауын уңышлы үтеп, күптән түгел өр-яңы ике “МТЗ-82” ауылдарға килеп тә етте.
Толпар ауыл биләмәһенең еңеүе айырыуса иғтибарға лайыҡ.
- Беҙҙең иң төпкөлдәге ауыл биләмәһе булған Толпарҙа һәм уға ҡараған Ерекле ауылында ни бары 78 ихата-хужалыҡ булып, барлығы 292 кеше иҫәпләнә, - ти Толпар ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко. - Шуныһы һөйөнөслө, бында халыҡ әүҙем, ошондай программаларҙы хуплап, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
“Беларус”тың хаҡы 1млн 400 мең һумдан ашыу булып, республика һәм муниципаль берәмек бюджетынан 1,2 млн һум самаһы аҡса бүленгән. Ҡалған сумма урындағы халыҡ һәм бағыусылар ярҙамы менән тупланған. Ауылға ошондай техниканың бик тә кәрәклеген аңлап һәм мөмкинлек табып, һәр йорттан 1350 һум аҡса йыйғандар. Күренеүенсә, сумма ярайһы уҡ юғары ғына.
Әйткәндәй, толпарҙар был программала 2016 йылдан алып ҡатнашып, икенсе тапҡыр еңеүгә өлгәшкән. Тәүгеһендә дәүләт ярҙамын ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтеп, янғын һүндереү техникаһы һатып алғандар.
- Программала артабан да ҡатнашасаҡбыҙ, сөнки тракторҙы тейешле тағылмалар менән дә йыһазландырырға кәрәк. Халыҡ был тәҡдимде лә хуплар тип уйлайым,- ти хакимиәт башлығы ышаныс менән. Хәйер, уға тиклем тракторҙы эшһеҙ тотмаҫтары билдәле, биләмә башлығы әленән үк ҡышты хәстәрләп, юлдарҙы таҙартыу өсөн яңы тракторға көрәк эҙләй башлаған да инде. Ни тиһәң дә юл эштәрендә лә, башҡа урында ла “үҙ хеҙмәтен күптән тултырған“ ДТ-75 өр-яңы универсаль “Беларус”ҡа етмәй инде.
Ошо уҡ программа сиктәрендә Ҡауарҙы ауыл биләмәһе лә “Беларус”ле булды. Был универсаль техника биләмәгә 1432,5 мең һумға төшкән. ППМИ сиктәрендә ошо сумманың төп өлөшө, йәғни 955 мең һумы республика ҡаҙнаһынан, 286,5 мең һумы район бюджетынан булһа, ҡалғаны биләмәгә ҡараған Юлыҡ, Һабай, Ҡауарҙы, Аҡташ ауылдары халҡы һәм бағыусыларҙан йыйылған. Район хакимиәтенең финанс бүлеге билдәләүенсә, бында шәхси эшҡыуарҙар һәм фермер хужалыҡтары ҙур өлөш индергән. Улар араһынан “ШЭ Мөхөтдинов”, “ШЭ Хужаев”, “ШЭ Латипов”, “ШЭ Шаһиев”тарҙы билдәләп үтергә була. Ә инде ауылдар халҡынан аҡса йыйыуҙа С.В.Баязитова, Л.Ф.Исмәғилева, Р.З.Ҡужина, С.Ә.Юлыҡова, М.Н. Мәмәтҡолова, Ф.С.Сәфәрғолов, А.Ш. Әлмөхәмәтов, С.Ф. Юлыҡов, Ф.Ф. Латипов, А.Ш.Исмәғилев әүҙем эшләгән.
- Дөйөм тырышлыҡ һәм дәүләт ярҙамы менән алынған был тракторҙың ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү, санитар таҙартыу, юл буйҙарын сабыу, юлдарҙы тәртипкә килтереү, ауыл тирәләй янғындан һаҡлау һыҙаттары булдырыу, ҡышын ауылдар урамдарын ҡарҙан таҙартыу кеүек эштәрҙә, санитар, экологик өмәләр ваҡытында ярҙамы ҙур буласаҡ,- ти Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов.
- Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнашып, районыбыҙ ауыл биләмәләре дөйөм суммаһы 26 миллион самаһы тәшкил иткән 25 проектты тормошҡа ашырҙы, - ти район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина. – Һөҙөмтәлә, ауыл биләмәләренә алты берәмек техника, уларға тағылма инвентарҙар алынды, социаль йүнәлештәге башҡа күп кенә мәсьәләләр хәл ителде.
Ауыл биләмәләренә артабан да халыҡ мәнфәғәтенә эшләгән ППМИ-ла әүҙем ҡатнашып, еңеүгә өлгәшеүҙәрен теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Читайте нас: