+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 16:50

Ҡыуаныслы көн

Район мәктәптәрендә Белем көнө тантаналары уҙҙы. Оҙайлы айырылышыуҙан арыған балалар ҙур теләк менән, бер-береһен һағынышып килгән.

Белем көнөндә Йөҙимән дөйөм белем биреү мәктәбенең 1-се класына - 4, 9-сы класҡа 8 уҡыусы барҙы. Бөтәһе был мәктәптә 67 бала белем аласаҡ. Сағыу сәскәләргә күмелгән мәктәп алдында уларҙы яратҡан уҡытыусылары ҡаршы алды.
Тантаналы сараны мәктәп директоры Таңсулпан Фәрит ҡыҙы асып, барыһын да байрам менән ҡотланы, балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләне. Уның әйтеүенсә, белем усағы яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Йылдағыса ағымдағы ремонт барышында класс бүлмәләре матур итеп буялған, ҡулланма әсбаптар менән йыһазландырылған. Мәктәпкә санитар эшкәртеү үткәреү өсөн рециркуляторҙар, пирометрҙар, антисептиктар бүленгән.
Мәктәпкә быйыл эшкә килгән ике йәш уҡытыусы – математика һәм информатиканан белем бирәсәк Эльвина Рәмил ҡыҙы Борханова һәм башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Айгүзәл Миңнияр ҡыҙы Ғәбдиева менән дә таныштырҙы мәктәп директоры. Шулай уҡ балаларҙы, мәктәп коллективын ҡотларға Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Винер Сәхиулла улы Ҡунафин, район Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев та килгәйне. Улар уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы тантаналы көн менән тәбрикләне, беренселәргә һәм мәктәпкә бүләктәрен тапшырҙы.
Тантаналы саранан һуң беренселәр һәм туғыҙынсы класҡа килеүсе уҡыусыларҙы тәүге ҡыңғырау Тыныслыҡ дәресенә саҡырҙы.
Беҙ ҙә яңы уҡыу йылының мәктәп коллективына, уҡыусыларға иҫтә ҡалырлыҡ яңылыҡтар, көтөлмәгән асыштар, яңы артылыштар бүләк итеүен теләйбеҙ.
Читайте нас: