-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 17:10

Автопоездар халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләй

Сәләмәтлек автопоездары, Башҡортостанда барған “Сәләмәт республика” акцияһына ярашлы, төбәктең төрлө мөйөштәренә юлланып, уңайлы мөмкинлектәр тыу-ҙыра. Уның төп маҡсаты ла – тормош сифатын яҡшыртыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу, хеҙмәткә һәләтлелекте һаҡлау һәм тергеҙеү булып тора. Бында һәр кем ҡыҫҡа ваҡытта тикшереү үтеп, сәләмәтлек торошон баһалай ала.

Үткән аҙнала Ғафури районына ла тағы медицина хеҙмәткәрҙәре менән автопоезд килде. Төркөмдә республика күсмә диагностикалау үҙәктәре белгестәре заманса ҡорамалдары булған автопоезда Ҡауарҙы, Табын, Мораҡ ауылдарында был биләмәгә ҡараған халыҡты ҡабул итте.
Уларға ярҙамға Үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ла килгәйне.
Өлкән быуын кешеләре айырыуса был мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға тырышты. Ҡауарҙы ауыл биләмәһендә күрше – Юлыҡ, Һабай, Аҡташ ауылдарынан үҙ транспорттары булмағандарҙы килтереү ҙә ойошторолған булған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Стәрлетамаҡ күсмә Сәләмәтлек үҙәге медицина хеҙмәткәрҙәре 20, ә Күмертауҙан килгән хеҙмәттәштәре 20-нән ашыу кешене ҡабул иткән. 50-гә яҡын кеше төрлө белгестәргә күренеп өлгөргән. Ҡауарҙы ауылында автопоезд ике көн эшләгәндән һуң,
2 сентябрҙә Табын ауылына юл алған. Бында ла халыҡ алдан иҫкәртелеп, теләп килгән. Пандемия менән бәйле битлектә килеү һәм температураның булмауы ғына мотлаҡ. Үткән йыл ошондай уҡ күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләрендә тикшереү үткәргән. Урындағы халыҡҡа күсмә үҙәктә медицина тикшереүе үтергә, бушлай консультация һәм тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкин булған. Кемдән һораһаң да: “Тағы ла килмәҫтәр микән, бындай ысулды уйлап, тормошҡа ашырғандарға рәхмәт инде”, - тигән һүҙҙәрҙе ишетергә була.
Мораҡ ауылында ла сәләмәтлек автопоездары иртә менән килеп, ҡыҙыу эш башлаған. Ауыл хакимиәте биләмәләге халыҡ ошо уңайлыҡтан файҙаланып ҡалһын өсөн үҙҙәре лә ярҙам итеп, табиптарға ла шарттар булдырырға тырышҡандар. Райондың күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡанға дөйөм, биохим анализ биреүҙе, ЭКГ үтеүҙе, күҙҙе тикшертеүҙе ойошторған. Терапевт, гинеколог, хирург, педиатр, кардиолог та ҡабул итеү үткәргән. Шулай уҡ сәләмәтлек үҙәгендә балалар өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған.
“КамАЗ” автомобилдәре нигеҙендә урынлашҡан УЗИ, ЭКГ аппараттарында, офтальмолог, флюорография һәм маммограф тикшереүе үтергә теләүселәр күп ине. Стәрлетамаҡ, Күмертау белгестәренә лә мораҡтар рәхмәтле булып таралышты.
- Барлығы 58 бала ҡабул иттек. Ҡарап сыҡҡандан һуң, кемделер үҙәк район дауаханаһына килергә ҡушабыҙ, кемгәлер кәңәш бирәбеҙ, - тип һөйләп үтте Үҙәк район дауаханаһы педиаторы Ольга Васильевна Никитина.
Кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс булған сирҙәр, ғөмүмән, бөтә төр ауырыуҙар ҙа ваҡытында асыҡланғанда әллә ни хәүеф тыуҙырмай, дауалауға еңел бирелә. Шуға ла үҙ һаулығыңа яуаплы ҡарау ҙа кәрәк.
- Ауыл кешеһе ауырып китеп, аяҡтан йығылмайынса табипҡа күренмәй. Сәләмәтлек үҙәге автомобилдәре алыҫ ара йөрөмәй үҙҙәрендә генә кардиограмма эшләтеү, күҙҙәрҙе ентекле тикшертеү (һуҡырлыҡ, катаракта, глаукома), шәкәр һәм холестеринға ҡан тапшырыу һәм башҡа медицина тикшереүҙәре үтеп, етди сирҙәрҙе үҙ ваҡытында иҫкәртеү мөмкинлеге бирә. Әле Мораҡта 58 баланы - педиатор, 55 – маммография, 76 кеше флюрография кеүек тикшереү үтте, - тип аңлатып үтте Үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы фельдшеры Эльза Мазһар ҡыҙы Таһирова.
Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре киләсәктә лә үҙ эшен дауам итер. Алдан мәғлүмәт алып, табипҡа күренеү өсөн үҙеңде әҙерләп, уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына ҡала.

Читайте нас: