+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 12:25

Милли кейем көнөнә “Табын”дар ҙа ҡушылды

11 сентябрҙең көҙгө аяҙ иртәһендә “Табын” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре эш урындарына башҡорт милли кейемдәрендә килеп, Милли кейем байрамына ҡушылды.

Был көндө республика халҡы, шул иҫәптән район халҡы ла үҙҙәренең эш урындарында милли кейемдә йәки милли биҙәүестәрҙә ҡаршыланы.
Милли кейем көнөнә әҙерлек күптән башланып, 9 сентябрҙән 11-нә тиклем социаль селтәрҙәрҙә “Өләсәйем һандығы” флешмобы үтте. Унда ҡатнашыу өсөн ғаилә ҡомартҡылары тураһында видеояҙмаларҙы #бабушкинсундучокУФАРЦНТРБ хештегы менән социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға кәрәк ине. Боронғо ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәребеҙ һандыҡтарындағы ҡашмау, селтәрҙәр, камзул-күлдәктәр, сигеүле таҫтамалдар һәм башҡа әйберҙәр менән таныштырған видеояҙмалар бик күп ҡуйылды.
Шулай уҡ туҡыусылыҡ, сабата үреү, традицион башҡорт күлдәге тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли кейем элементтарын әҙерләүселәрҙең йәрминкәләре үтә. Әлеге мәлдә Красноусолдағы “Ихлас” сауҙа үҙәгендә Милли кейем көнөнә арналған күргәҙмә-йәрминкә бара.
Читайте нас: