+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 19:45

Яугирҙы иҫкә алдылар

Тыуған илде һаҡлау, уның күк йөҙө һәр саҡ тыныс булһын өсөн һаҡта тороу - һәр ваҡыт маҡтауға һәм айырым хөрмәткә лайыҡ эш. Хәрби хәрәкәттә - Афған, Чечен һуғыштарында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ тәрбиәләү, батырлыҡ төшөнсәһенең мәғәнәһен аңлатыу ҙа ҙур бурыс булып тора.

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың Рәсәй Геройы Ф.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһынан бер нисә вәкил Белорет районының Сермән ауылында ерләнгән яҡташыбыҙ Миңлеғәли Миңлебай улы Заһиҙуллин ҡәберенә зыярат ҡылып, ауыл клубында ойошторолған Хәтер кисәһендә ҡатнашып ҡайтты.
Миңлеғәли Заһиҙуллин сығышы менән Уҫман ауылынан булып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Һуңынан Магнитогорскийҙа училищела иретеп-йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡҡан. Белорет хәрби комиссариатынан хеҙмәткә алына һәм 1981 йылдың октябрендә Афған һуғышына эләгә, шунда һәләк була. Белорет районы Сермән ауылына цинк табутта алып ҡайтып, ерләнгән. Үлгәндән һуң “Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены менән бүләкләнгән.
Был сарала уҡытыусылары, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре уны яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алды. Уҫман ауылынан килгән туғаны Әхәт Заһиҙуллин да ағаһының Хәтер кисәһендә ҡатнашты. Яҡташтары Марс Хәйруллин, Ринат Рәхмәтуллин, Әлфир Исхаҡов, Илфат Ваһапов уның ҡәберлеген тәртипкә килтереп, урындағы мулла Ҡөрьән аяты уҡыны.
- Һәр саҡ көләс, алсаҡ, аҡыллы һәм сос булды, гитарала уйнай торғайны, - тип уның тураһында һағынып иҫкә алды уҡытыусыһы Йәзилә Ғәтей ҡыҙы Тимербаева.
Автоматтан һауаға залп бирелеп, батырҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Уның исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен, ҡәберенә һуҡмаҡ өҙөлмәһен, тигән теләктә таралышты был тантанала ҡатнашыусылар.
Шулай уҡ 12 сентябрь, шәмбе көнө Рәсәй Геройы Ф.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы барыһын да Геройҙар Аллеяһы янында "Локаль бәрелештәрҙә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу" көнөнә арналған сарала көтөп ҡала.
Читайте нас: