+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Сентябрь 2020, 19:00

Өләсәй һандығында ниҙәр бар?

Әүәлерәк һәр йортта тиерлек иң түрҙә оло һандыҡ ултырыр ине. Ике өләсәйемдең дә бар ине ундай һандыҡтары. Фатима өләсәйемдең һандығында һуғылған таҫтамалдар, ул саҡта беҙ нимә икәнен дә аңламаған бер нисә түшелдереге, “ширс” яулыҡтары, шаҡмаҡ, суҡлы шәлдәренән тыш бер нисә боронғо китабы һәм, әлбиттә, “ҡәҙерле ҡунаҡтар килгәндә генә сығарырға” тигән тәмлекәстәре була торғайны...

Милли кейем байрамы сиктәрендә тотош республика буйынса һәр өйҙә, һәр ғаиләлә быуындан-быуынға күсеп килгән боронғо ҡомартҡылар менән танышыу маҡсатында “Өләсәйем һандығы” исеме аҫтында онлайн- флешмоб ойошторолоп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошо ҡәҙерле мираҫты һаҡлаған өләсәйҙәр-ағинәйҙәрҙең һандығы менән таныша. Толпар ауылында булғанда ауыл клубы мөдире Гөлназ Фәтҡотдинова беҙҙе лә бергәләп Зәйтүнә апай Фәхретдинова һаҡлаған ҡомартҡылар менән танышырға саҡырҙы.
- 1960 йылда ошо һандыҡҡа бирнәләремде тултырып, ҡәйнә йортона килен булып төшкәйнем. Ирем Кинйәбай менән матур йәшәнек, өс бала - ике ҡыҙ, бер ул үҫтерҙек,- тип һөйләнә-һөйләнә һандығын асты ул. - Уларҙың барыһы ла һаҡланманы инде бөгөнгәсә. Шулай ҙа бына үҙем сигеп әҙерләгән мендәр тыштарым, селтәрле карауат япмалары, балаҫтарым бар әле. Әүәлге балитәкле күлдәгем менән камзулым да хәҙер һандыҡта ғына ята. Бына өҫтөмдәге камзулды иң ҡәҙерле ҡомартҡы тип әйтер инем. Өләсәйемдеке ине. Унда 1730 йылғы тәңкәләр ҙә бар. Ошо камзулды кейеп, яулығымды уныңса "яҙып ябынһам" үҙем дә хәс өләсәйем булам да ҡуям.
- Ә үҙегеҙ ҡыҙҙарығыҙҙың бирнәһен һандыҡҡа тултырып оҙаттығыҙмы? - тип һорайым унан.
- Береһен генә һандыҡ менән оҙаттыҡ. Бәләкәйе бөтә байлығын сумаҙанға ғына тултырҙы.
- Һандыҡтағы байлыҡ араһынан нимәне балаларығыҙға, ейәнсәр-ҙәрегеҙгә иң ҡәҙерле ҡомартҡы итеп ҡалдырыр инегеҙ?- тип һорауыма “Өҫтөмдәге ошо камзул инде",- тип яуапланы Зәйтүнә апай.
Ҡайтыр юлда “бына мин һәм минең кеүек бөгөнгө өләсәйҙәрҙең һандығында үҙебеҙҙән ҡомартҡы итеп ҡалдырырҙай милли кейемдәребеҙ, биҙәүестәребеҙ бармы һуң?” тигән уй төштө .
Мәрхәбә Собханғолова.
Читайте нас: