- Шәмбе көнө һайлауға килә алмаған оло йәштәге, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең өйҙәренә йөрөп һайлаттыҡ. Һайлауҙарға даими йөрөп, үҙенең Конституция менән яҡланған хоҡуғын үтәп өйрәнгән кеше бер һайлауҙы ла ҡалдырмай бит ул. Шуға ла һайлаусылар был юлы ла әүҙемлек күрһәтте, - ти һайлау участкаһы рәйесе Ринат Риф улы Абсаттаров.
Һайлау комиссияһы секретары Гөлфирә Фәрит ҡыҙы Ғәйнуллина, ағзалары Зөһрә Йәһүд ҡыҙы Мәҡсүтова, Айһылыу Франгил ҡыҙы Нәзирова, Азат Миңлеғәле улы Ишморатов та үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы эште намыҫ менән башҡарҙы. Урамда яңғыраған йыр-моң да халыҡты һайлау участкаһына тартып торҙо. Һайлаусылар ҙа, һайлау комиссияһы ла был юлы ла һынатманы, тип әйтке килә, ә һайланған депутаттарҙы алда ҙур эш көтә.