Уға хәрби бәрелештәр ветерандары, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы килгәйне. Сарала Өфө, Ишембай, Мәләүез райондарының хәрби бәрелештәр ветерандары ла булды.
Митинг алдынан “Перевал” төркөмө солисы Марс Хәйруллиндың, хәрби бәрелештәр ветераны Андрей Рыбалконың йырҙары яңғыраны.
Сараны район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы В.И.Герасимов асып, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.Р.Әхмәтовҡа бирҙе. Ул локаль һуғыш, сик һағы, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын, һәләк булғандарҙың туғандарын тәбрикләне, был көндөң мөһимлеген билдәләп, Афған һуғышында ҡатнашҡан, Чечен Республикаһында һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә булған райондаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, ил алдында бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән яугирҙарҙың батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, тине.
“Хәрби туғанлыҡ” төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Андрей Пронин Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Өфө ҡунағы хәрби бәрелештәр ветераны, гвардия полковнигы Радик Ғәбиҙуллин, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариаты вәкиле Альберт Фәйезов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова сығыш яһаны.
Фәрүәт Яҡупов исемендәге район хәрби бәрелештәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров етенсе йыл рәттән уҙғарылған Хәтер көнөнә килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Һуңғы йылдарҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың һәйкәлдәрен яңыртыуҙары, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биреүҙәре тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ ветерандар араһында хәрби туғанлыҡты нығытыуға күп көс һалған ветерандар ойошмаларына һәм ветерандарға ойошманың Маҡтау грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итеүҙең 25 йыллығы айҡанлы миҙалдар тапшырҙы.
Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар һәйкәленә тере сәскәләр һалынды. Митингынан һуң “Йәшлек” паркында Хәтер көнө уңайынан ойошторолған спорт ярыштары уҙҙы.