+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 18:00

Оло йөрәкле кеше ине

Бала саҡтарымды хәтерләһәм "кендек әсәйем" Тәслимә Ғәзизова иҫкә төшә. Әүәлерәк һәр ауылда "кендек әсәһе" була торғайны.

Беҙҙең Үзбәк ауылында шундай кеше Тәслимә әсәйем булды. Ул күрше Байымбәттән беҙҙең ауылға килен булып төшкән. Йәшлеге һуғыш осорона тура килеп, шул йылдарҙың бөтөн ауырлығын күтәрә. Тормош иптәшен фронтҡа оҙатып, ике бала менән тороп ҡала. Яу ҡырында һәләк булып ҡалған ирен һуңғы көнөнәсә көттө ул. Ике ҡыҙын тәрбиәләп үҫтерҙе, уҡытып кеше итте. Олоһо Гөлдәр ауылда донъя көтөп, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Кесеһе Гәүһәр апай Мәскәүҙә юғары уҡыу йорто тамамлап, оҙаҡ йылдар Өфөлә, Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығында эшләне.
Мин белгәндә инде Тәслимә әсәйем хаҡлы ялда ине. Яңғыҙ булһа ла, оло йәштәмен тип тормай, мал, ҡош-ҡорт тотто. Умартаһы ла бар ине. Ҡорт балын күрше-тирәһе менән дә бүлеште. Кәзә аҫырап, уның мамығынан шәл бәйләне. Өйө лә ыҡсым, һәр ваҡыт бөхтә булды. Урам тирәһе кәртәле, ситтән ҡарағанда был йортта ир заты юҡлығы һиҙелмәй ҙә ине.
Ул беҙгә урам аша ғына йәшәне. Беҙҙең өйҙәге алты балаға кендек әсәһе булды ул. Иң кесе ҡустым бала табыу йортонда тыуһа ла, беҙҙең ыңғайға ул да уны "әсәй" тип әйтеп үҫте. Эйе, ауылыбыҙҙағы күп сабыйҙарға кендек әсәһе булды ул.
Ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын, серен һаҡлай белгән ярҙамсыл, изге уйлы кеше ине. Мине башҡаларға ҡарағанда яҡыныраҡ күрҙе. (Әллә миңә генә шулай тойолдомо икән?!) Әсәйем менән атайым эштә саҡта ул беҙгә күҙ-ҡолаҡ булып, ҡараштырып та йөрөнө, бер-бер хәл булһа, килә һалып етер ине. Урамда осрағанда ла яратып, арҡанан һөйөп үтә торғайны. Туғандарым илаһа ла күтәреп, өшкөртөргә тип уға йүгерә инем. Өшкөрөүе килешә ине.
Бер шулай йәйге каникулда, иптәш булһын типме икән, Өфөлә йәшәгән ҡыҙына ҡунаҡҡа барғанда үҙе менән мине лә алды. Магазинда тауар алды ла "Һиңә оҡшаймы?"- тип һораны. Ҡайтҡас, шул тауарҙан миңә матур күлдәк тегеп кейҙерҙе. Уның теген машинаһы бар ине. Ул машинаның изгелен күптәр күргәндер ауылда.
Тәслимә әсәйемдең йәнә бер һөнәрен яҙып китәйем. Ул оҫта быуынсы ла ине. Йыраҡ ауылдарҙан да быуын ултыртырға уға килделәр. Әллә нисә төрлө һөнәр эйәһе, ауылдың абруйлы, ихтирамлы кешеһе, олоно-оло, кесене кесе итә белгән ил инәһе күптән гүр эйәһе инде. Урыны ожмахта булһын. Әле уйлайым: ҡылған изгелектәре өсөн уға ваҡытында рәхмәт әйтеп, ҡәҙерҙәрен белеп, үҙе иҫән саҡта хөрмәт күрһәтә белдек микән?!
Рауза Әбделмәнова.
Ибраһим ауылы.
Читайте нас: