26 сентябрҙә үтәсәк төп сараларҙа хеҙмәт коллективтары, уҡыусылар, ирекмәндәр, студенттар һәм битараф булмаған бар халыҡ ҡатнашасаҡ. Унда 25 мең ағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, ағастар “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән ихаталарҙа ла ултыртыласаҡ.
Бынан тыш, 26 сентябрҙә респуб-ликала “Еңеү урманы” акцияһы үтә. 2020 йылда был сара ил Президенты Владимир Путин указына ярашлы апрелдә башланғайны. Бөтә илдә һәйкәл, обелиск, мемориалдар янында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә 27 млн төп ағас ултыртыу күҙаллана. Һәр район-ҡалала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла Геройҙар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Акцияла ҡатнашыусыларға концерт, конкурстар, ялан кухняһы ойоштороласаҡ. Сараларҙа санитар талаптарҙың теүәл үтәлеше тәьмин ителәсәк.
Районда акция-ларҙы уҙғарыуға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев (тел. 8(34740)2-74-50, E-mail: Kiekbaev.FZ@bashkortostan.ru), ауыл биләмәләрендә биләмә башлыҡтары яуаплы. Эш ҡоралдары һәм ағас үҫентеләре өмә көнөндә таратыла.
Хөрмәтле ғафуриҙар, экологик акцияларҙа әүҙем ҡатнашайыҡ! Районыбыҙҙы күркәм, зауыҡлы итәйек!