+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 14:40

Әүҙем эш бара

Юл йөрөү беҙҙең халыҡта борондан уҡ иң михнәтле эштәрҙең береһе булып һаналған. Эйе, хәҙерге юлдарҙы элеккеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел. Хәҙерге ҡыҙыу бәйләнештәр осоронда уларҙың торошо бөтә ил иҡтисадына йоғонто яһай. Шуны иҫәпкә алып, һуңғы осорҙа республика, ра-йон етәкселегенең юлдарҙы яҡшыртыуға иғтибарҙы бермә-бер көсәйтеүен һәм бының ыңғай һөҙөмтәһен көн дә күреп торабыҙ.

Красноусол ауылында ла юлдарҙы төҙөкләндереү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был йәһәттән Красноусол коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы теүәл үтәп, юлдарҙы ремонтлау эштәрен әүҙем алып бара.
Хужалыҡ мастеры Ирек Ғәлиәхмәтов әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә улар Комсомол, Новый Быт, Ҡояшлы, Пятяри, Гагарин, Горская урамдарында юл һалғандар ҙа инде. Әле эштәр 970 м оҙонлоҡтағы Дуҫлыҡ урамында бара. Тәүҙә юлға яҫы таш түшәлгән, һуңынан тау ҡырсынташы һалына. Ҡеүәтле грейдерҙа Рафаэль Шәйәхмәтов юлды тигеҙләгәндән һуң өҫкө ҡатлам катуклана. Шулай уҡ юл төҙөүгә дүрт “КамАЗ” машинаһы, тағылмалы ике “Т-150” тракторы йәлеп ителгән, карьерҙағы тейәгестә Рим Мөхәмәтйәнов эшләй.
Читайте нас: