+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Сентябрь 2020, 19:45

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер

Мәктәп йылдары йыраҡлашҡан һайын бергә уҡыған класташтар, уҡытыусылар йышыраҡ иҫкә төшә, һағындыра икән. Барыһы ла бөгөнгөләй иҫтә, беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап кергәндәр, тәүге ҡыңғырау, пионер, комсомол сафына алынған тулҡынландырғыс мәлдәр, һуңғы ҡыңғырау....

Мәктәбебеҙ менән хушлашып сығып китеүебеҙгә былтыр 50 йыл булып китте. Ул һаман үҙенә тартып, әйҙәп тора. Тәүге класс етәксебеҙ Нурия Йәнешева апай беҙҙе үҙенең балалары кеүек ҡосаҡлап, яратып ҡаршы алды. Яҙырға Зөлфиә Мәхмүтова, Рәшиҙә Кәримова, Хәмиҙә Шаймарҙанова, Рәмзиә Хөснийәрова, Нәжиә Ҡасимова, Тәнзилә Рахматуллина апайҙарыбыҙ, уҡырға, матур итеп һөйләргә Әкрәм Йәнешев, Әхәт Йәғәфәров, Ғаяз Шаймарҙанов, Рәшит Ҡасимов ағайҙарыбыҙ өйрәтте. Уҡытыусыларыбыҙҙы беҙ оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Улар күңелдәребеҙгә асҡыс таба белделәр, беҙҙең өсөн янып йәшәнеләр, намыҫлы, кешеләргә ҡарата шәфҡәтле, тырыш булырға өйрәттеләр. Уларҙың аҡыллы кәңәштәре бөгөнгөләй ҡолаҡ төбөндә сыңлай.
Уҙған йыл класташтарым менән осрашып, тау башында балҡып ултырған ике ҡатлы мәктәпкә барҙыҡ. Беҙ уҡыған иҫке мәктәп күптән юҡ инде. Яңы мәктәптә кластар иркен. Уҡыусыларҙы физик яҡтан тәрбиәләү өсөн ҙур бассейн, спорт залы бар. Рауил Әнүәр улы Раҡаев етәкселегендә ауыл һәм мәктәп музейы эшләй. Тик уҡыусылар әҙ булыу сәбәпле, М.Р.Уразбаев исемен йөрөткән мәктәбебеҙ Яңғыҙҡайын мәктәбенең филиалы ғына булып тора.
Совет осоро тәрбиәһе алған класташтарымдың күбеһе юғары белем алған, төрлө тармаҡта намыҫлы хеҙмәт иткән шәхестәр.
Зәки Фатҡуллин, мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында химик-аппаратсы булып эш башлай, тырыш егетте смена начальнигы итеп һайлайҙар. Эштә әүҙем, уңған, тырыш Зәкигә "Халыҡтар дуҫлығы ордены" бирелә, ул "Республиканың атҡаҙанған химигы" исемен лайыҡлы йөрөтә.
Юнир Ишмөхәмәтов Себер тарафтарында слесарь-сантехник булып эш башлап, цех начальнигы вазифаһына тиклем үрләгән. Ҡыйыу Юнирға "Көнбайыш Себер ер аҫтын үҙләштереүҙәге хеҙмәте өсөн" миҙалы юҡҡа ғына бирелмәгән бит! Пенсияға сыҡҡас ауылға ҡайтып, ике ҡатлы заманса өй төҙөп, хәләл ефете Йәзилә менән матур итеп донъя көтәләр.
Ә Венер Сатлыҡов - юғары хәрби училище тамамлап сит илдәрҙә хеҙмәт иткән. Мәскәүҙә хәрби академияны тамамлағас, Санкт-Петербург ҡалаһында 15 йыл һауа-космос ғәскәрҙәре полковнигы булып хеҙмәт юлы үткән. Орден, миҙалдары күп, әле академияла уҡыта.
Зиннур Ишмөхәмәтов Стәрлетамаҡта иретеп йәбештереүсе булып эшләп, "СССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе" исеменә лайыҡ булған.
Әхәт Ғатауллин - юғары белемле ветеринар.
Шулай уҡ класташтарым Ринат Мырҙағолов, Ишбулды Мөхәмәтйәнов, Харис Ураҙғолов, Фәнис Килмөхәмәтов "Егән" колхозының алдынғы механизаторҙары, водителдәре, хаҡлы ялға сыҡҡансы ауылда тырышып эшләнеләр.
Көндө-төнгә ялғап баҫыуҙарҙа иген, сөгөлдөр үҫтерҙеләр, бесән ваҡытында фермаларға ғына түгел, ә ауыл халҡына ла бесән, утын ташынылар.
Класташтарым араһында йөҙөк ҡашындай ҡыҙҙарыбыҙ ҙа күп. Үҙ балалары өсөн генә түгел, милләт хаҡында янып йәшәүсе ил инәләре улар.
Әнисә Арсланова Үтәктә балалар баҡсаһында мөдир булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты.Тормош иптәше Әнүәр Арсланов менән мәктәптә бергә уҡып, яратышып өйләнештеләр. Һоҡланырлыҡ итеп татыу ғүмер итәләр. Әнүәр Арсланов Үтәк ауыл советы рәйесе, колхоз председателе булды. Әлеге көндә ауыл мәсетендә ауылдаштарға иман нуры тарата. Улар ауылда иң хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе. Заманында Әнүәр менән Әнисә мәҙәниәт йортонда спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙылар. Халыҡ театры исемен яулауҙа уларҙың өлөшө ҙур. Әнүәр оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарған йырсы ла.
Фәрхәнә Рәхмәтуллина хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Туғай ауылында һатыусы булып эшләне. Тормош иптәше Флүр менән гөрләтеп йәшәйҙәр. Тырыштар, бөтмөрҙәр.
Ҡалған класташтарым да төрлөһө төрлө ерҙә эшләп, әле лә һоҡланырлыҡ итеп йәшәйҙәр. Үткән йыл осрашыуыбыҙҙы ойошторған Фәнүзә Килмөхәмәтова ғүмере буйы китапханасы булды, юғары категориялы белгес. Ул китапханала бик күп мәҙәни саралар үткәреп, ҡайнап эшләне. Төрлө кисәләргә сценарийҙар яҙып, йыр-бейеүҙә, спектаклдәрҙә ҡатнашты. Ә Үтәктә эшләгән халыҡ театрын Фәнүзәнән башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай ине. Комик, трагик образдарҙы оҫта асып биргән артиска ла булды. Тормош иптәше Фәнис Килмөхәмәтов менән улар ауылда ихтирамлы ғаиләләрҙең береһе.
Класташтарым бөтәһе лә хеҙмәт ветерандары, матур ғаиләләрендә балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәре шатлығына төрөнөп йәшәйҙәр. Оло йәштә булһалар ҙа күңелдәре йәш, күҙҙәре янып тора, тормошто яратып, хеҙмәт һөйөп, бәхет яулағандар улар.
Зәйтүнә Зәйнешева,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре,
М.Фархшатов исемендәге
премия лауреаты.
Читайте нас: