+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Сентябрь 2020, 11:00

Урмансылар көнө менән!

Хөрмәтле район урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Урман хужалығы эшсәндәре көнө менән ҡотлайым.
Урмансылыҡ тармағы – быуындан-быуынға күсә килгән традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлаусы тәжрибәле һөнәрмәндәр эшләгән өлкә. Урман - ул беҙҙең иң ҙур тәбиғәт хазинаһы, һулаған һауабыҙ сығанағы ла, йылытыусыбыҙ ҙа, туҡландырыусыбыҙ ҙа, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе лә. Урманға һаҡсыл ҡараш – тәү сиратта тыуған еребеҙгә, ошо ерҙә йәшәүсе кешеләргә һаҡсыл ҡараш ул. Урман фондын һаҡлау, тулыландырыу һәр беребеҙҙең бурысы. Урмансыларыбыҙ иһә ошо эшкә бар ғүмерҙәрен бағышлаған.
Район урман хужалығында үҙ эшенең оҫталары, еңел булмаған хеҙмәттәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған һөнәрмәндәр эшләй. Йәштәргә үҙҙәре белгәнде өйрәтеп, бай тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙары айырыуса шатлыҡлы күренеш.
Байрам уңайынан урмансы эшенә бөтә ғүмерен бағышлап, уны йәшәүҙең төп мәғәнәһе тип ҡабул иткән ветерандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.
Ихтирам һәм хөрмәт менән бөтә урмансыларға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек, һөҙөмтәле эш һәм яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: