0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Сентябрь 2020, 22:00

Ябай, алсаҡ, изге күңелле...

Эскерһеҙ, изге күңелле, хәстәрлекле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, ябай, алсаҡ, ихлас кешеләр – тормош йәме. Красноусолда йәшәүсе Баныу Фәйзулла ҡыҙы Салауатоваға ла тап ошо сифаттар хас. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бер минут тик торорға күнекмәгән, атлап түгел, йүгереп йөрөгән ҡатын һаман да кеше, олпат йәштәгеләр хәстәрлеге менән йәшәп, ошонан кинәнес, күңел йыуанысы таба. Уны районда белмәгән кеше бик һирәктер.

Байымбәт ауылында Миңлеямал менән Фәйзулла Салауатовтарҙың ябай, татыу, эшһөйәр ғаиләһендә донъяға килә ҡыҙ. Баш бала булараҡ (өс ҡыҙ, өс малай үҫәләр), әсәйҙәренең уң ҡулы, ышаныслы ярҙамсыһы, етеҙ, теремек, сос, тырыш, егәрле булып үҫә. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә алһа, ә юғары кластарҙы күрше – Бурлы ауылына йөрөп, интернатта ятып уҡый. Бала сағынан атай-әсәйем сирләп китһә, үҙем дауалайым - врач булам тип үҫкән ҡыҙ 8-се кластан һуң медик һөнәрен үҙләштереү теләге менән Стәрлетамаҡ медучилищеһына уҡырға юллана.
Мәктәптә уҡығанда уҡ һәр яҡлап алдынғылар рәтендә булған, спортты үҙ иткән Баныу училищела ла һынатмай. Тырышып уҡып, буласаҡ һөнәренең бар нескәлектәрен төшөнөргә ынтыла. Уны һәр саҡ башҡаларға өлгө итеп ҡуялар, фотоһүрәте училищеның Почет таҡтаһында тора.
Студент йылдарын әле лә һағынып иҫкә ала ул.
-Уҡырға сығып китеүен-киттем дә, эй, атай-инәйҙе, ауылды һағындыра. Ҡайтҡы килә, өс “2” билдәһе алһаң, документтарыңды бирәләр ҙә, ҡайтаралар икән, тигәнде ишеттем дә, хәйләләшеп уҡымай йөрөп ҡарарға булдым. Әммә училище директоры Роза Тимофеевна Кузнецова яҡшы уҡыусы, өҫтәүенә, спортта һынатмай, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, училищеның данын күтәреп йөрөүсе булараҡ, башҡаса улай итмәүемде һораны. Үҙем дә аңланым, нисек тә түҙергә, киләсәк тормошомда үҙем өсөн кәрәкле һөнәрҙе үҙләштерергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Совет заманында ныҡ күңелле уҡыныҡ, әле лә һағынам, мөмкин булһа, ҡабат барып уҡыр инем, валлаһи, - тип тә шаярта Баныу апай. – Беҙҙең "Шәфҡәт туташы эше" 16 С төркөмөнөң етәксеһе Альмира Зиннур ҡыҙы булды, за-вуч Рәсимә Ғәли ҡыҙы Кәримова, хирургиянан Михаил Романович Царев, химиянан Сәкинә Ғәзиз ҡыҙы, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән Лидия Ивановна Йәнбәкова, физкультуранан Иван Семенович Шмонин һәм башҡалар уҡытты.
Һәм был уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған районына – Красноусол дауаханаһына эшкә ҡайта. Баныу Фәйзулла ҡыҙын Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына шәфҡәт туташы итеп ебәрәләр. Алған белеменә таянып, бар оҫталығын һалып эшләй ул. Оҙаҡ та үтмәҫтән, Үҙәк район дауаханаһының терапия бүлексәһенә күсерелә. Бында талапсан, хәстәрлекле, коллегаларын ҡурсалаусы бүлек мөдире Тамара Михайловна Шашуроның ҡул аҫтында 16 йыл эшләгәс, махсус курс үтеп, белемен камиллаштырғас, рентген-флюорография кабинетына тәғәйенләйҙәр. Был мөләйем апайҙы күргән һайын уның: “Тын ал, тын алма!”- тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Баныу Салауатова хеҙмәттәштәре араһында ярҙамсыллығы, үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәүе, киң күңеллелеге, ихласлығы, изгелексәнлеге менән абруй ҡаҙана. 45 йыл хеҙмәт стажына эйә булып, хаҡлы ялға туҡтай.
Шәхси тормошонда ла ул егәрле, бөтмөр хужабикә, яратҡан, хәстәрлекле әсәй, өләсәй. Улы Радик үҙ аллы тормош көтә. Килене Зөлфирә менән йорт һалып сыҡҡандар, ейәне Илшат БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында тарих факультетында уҡый. Гөл-сәскәләр үҫтерергә, килгән һәр кемгә уларҙы йомарт бүләк итергә яратҡан Баныу апайҙың фатирын матур гөлдәр биҙәй. Фрунзе урамындағы үҙе йәшәгән күп фатирлы йорт алдына ул ултыртҡан сәскәләр йәм бирә, ҙур булмаған баҡсала йәшелсә-емеш тә үҫтерә. Буш ваҡыттарында бәйләмгә тотона. Йыр-моңға ғашиҡ Баныу апай күңелен моңға сорнап, гармунда уйнай, мандолина ҡылдарын сиртә, йырларға ла ярата.
70 йәшенә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, һаман да йүгереп тигәндәй йөрөй. Ә уға был йәште бирерлек тә түгел. Яҡшы, изге күңелле кешеләр һәр саҡ йәш булып ҡала, тиҙәр. Был, ысынлап та шулайҙыр. “Мин бит кешеләр менән аралашырға яратам, уларға ярҙам итеүҙән кинәнес алам. Гөлдәр, матурлыҡ яратам. Бер кемгә лә насарлыҡ теләмәйем”, - ти ул йылмайып.
Тормош иптәше бик иртә вафат булған. Баныу Фәйзулла ҡыҙы үҙенең зауыҡ менән йыйыштырылған, йыйнаҡ фатирында һәр атҡан таңды ҡыуанып ҡаршылай.
Читайте нас: