+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 12:00

Икенсе әсәйебеҙ булды

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының 4-се курсында уҡый башлаған саҡ. Ләкин беҙҙең уҡыуҙы өҙөп, барлыҡ әҙәбиәт, физика-математика факультеты студенттарын райондарға тараттылар. Сөнки ауыл мәктәптәрендә юғары белемле уҡытыусылар етешмәй, 5-се курсты ситтән тороп тапшырырһығыҙ, тинеләр.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының 4-се курсында уҡый башлаған саҡ. Ләкин беҙҙең уҡыуҙы өҙөп, барлыҡ әҙәбиәт, физика-математика факультеты студенттарын райондарға тараттылар. Сөнки ауыл мәктәптәрендә юғары белемле уҡытыусылар етешмәй, 5-се курсты ситтән тороп тапшырырһығыҙ, тинеләр.
Мине Красноусол РОНО-һында Үтәк урта мәктәбенең директоры ҡаршы алып, үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Директор Рауил Исмәғил улы Еникеев мәктәп менән таныштырып, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытырға 8-10-сы кластарҙы бирҙе. “Ҡурҡма, әҙәбиәттән имтиханды еңел тапшырырһың. Фатирға Светлана Мансур ҡыҙы Сатлыҡоваға барырһың”, - тине. Әммә Рауил ағайҙың иптәше Фәүзиә Әбдрәхмән ҡыҙы мәктәпкә яҡын ғына торған Мәрхәбә апайға алып китте.
Барып кергәндә өйҙә үҙе лә, ҡыҙы Әнисә, Үзбәкстандан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Миңъямал һеңлеһе генә, ә энеһе Рәшит өйҙә юҡ ине. Бында миңә шул тиклем оҡшаны: өй эсе яҡты, иҙән ап-аҡ итеп йыуылған, тәҙрә төптәре гөл менән тулы ине.
- Юҡ, мин фатирға керетмәйем. Сөнки ике һеңлемдең балаларын ҡарайым, етмәһә, ҡунағым бар, - тине хужабикә.
Ә мин: “Юҡ инде, апай, миңә шул тиклем оҡшанығыҙ, мин ҡалам", - тинем.
Шулай итеп, Мәрхәбә Хәбибулла ҡыҙы икенсе әсәйем булып китте. Тиҙ арала дуҫлашып алдыҡ. Ул үҙе талапсан, яҡшы күңелле, бер ваҡытта ике балаға ла ҡаты һүҙ өндәшмәне. Әнисә менән Рәшит икеһе лә уңғандар, яғымлылар, мәктәптә лә яҡшы уҡыйҙар ине. Рәшиттең ата-әсәһе Үзбәкстанда йәшәгән, балаға Башҡортостан һауаһы кәрәк булған, шуға Мәрхәбә апайға ҡайтарғандар. Бына шулай бик дуҫ йәшәнек. Мәрхәбә апай үҙе интернат балаларына аш бешерә ине. Унда ла уҡыусы балалар уны бик яраттылар. Мәрхәбә апай яғымлы, кешелекле, аш-һыуға шул тиклем таҙа һәм оҫта булды. Уны яратып, һағынып иҫкә төшөрмәгән кеше юҡтыр. Унда фатирҙа тороусыларҙың иң олоһо мин – Ғәлиә Әхәт ҡыҙы булдым. Шунан бер-бер артлы: Әрметтән Сәлиха, Маҡарҙан Наилә, Татарстандан Хәлимә, 111-се кварталдан Сәүиә, Усолканан Фәриҙә һәм башҡалар. Бына шуларҙы яҡын һеңле, ҡыҙ итеп, кейәүгә биреп, туй үткәреп, һәр беребеҙҙең балаларына бәбәй сәйҙәре алып килеп, үҙ балалары һымаҡ итеп йәшәне, шунан шатлыҡ тапты. Үҙ балам юҡ тип ҡайғырманы. Уның һымаҡ кешелекле кеше булмаҫ, ер йөҙөндә берәүҙер. Йәне йәннәттә булһын.
Рәшит энеһе әлеге ваҡытта Ҡазанда йәшәй, электр селтәрендә инженер булып эшләне. Уҡытыусы ҡатыны менән ике ул үҫтерҙе. Гел ҡайтып тора торғайнылар. Мәрхәбә апай иҫән булғанда Әнисә тормош иптәше менән әллә нисә тапҡыр Ҡазанға ҡунаҡҡа алып барҙылар. Ә Әнисә Әнүәр Исмәғил улына кейәүгә сығып, Мәрхәбә апайға яҡын ғына оло итеп өй һалып, дүрт бала үҫтерҙеләр. Иң олоһо – Нәсимә Стәрлетамаҡ педагогия институтында рус теленән уҡыта, декан булып эшләй. Өс малай үҫтерә, олоһо өйләнде лә инде. Икенсе улдары Алик Мәрхәбә нәнәһенең урынына кирбестән ике ҡатлы итеп өй һалып, тормош иптәше Рәүилә менән 2 бала үҫтерәләр. Алик – эшҡыуар, пай ерҙәрендә мул итеп иген үҫтерә һәм йыл һайын көҙ машинаһында иген таратып сыға. Етмәһә – газсы. Әнисә менән Әнүәрҙең тағы өс улдары Стәрлелә йәшәйҙәр. Барыһы ла матур-матур балалар үҫтерәләр. Мәрхәбә апай һымаҡ уңған һәм оҫталар. Әлеге ваҡытта ауылда Әнисәнән тыш Мәрхәбә апайҙың "ҡыҙҙары", мин, Хәлимә Вафи ҡыҙы, Хәмзә һәм Фәриҙә, Сәүиә Аҙнабаева – барыбыҙ ҙа уҡытыусы пенсионерҙар, бала үҫтереп, донъя көтөп йәшәйбеҙ. Унда йәшәгәнебеҙгә һоҡланып, ғорурланып, әле лә мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ. Тик уның баҡыйлыҡҡа иртәрәк китеүенә һаман йөрәк әрней.
Ғәлиә БӘШИРОВА.
Үтәк ауылы.
Читайте нас: