-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 12:30

Күңелле бала саҡ илендә

Балалар баҡсаһы ғүмерҙең иң гүзәл миҙгелендә кескәйҙәр өсөн икенсе йортҡа әүерелә. Улар бында күпселек ваҡыттарын үткәрә, үҙ-ара аралашырға, дуҫлашырға, тирә-яҡ донъяны танып белергә өйрәнә. Балаларҙың һәр аҙымын күҙәтеп, яғымлы күҙҙәр менән бағып, бар нәмәгә өйрәтеүсе тәрбиәсе апайҙары янында рәхәт, йүнләп һөйләшә лә белмәгән кескәйҙәргә бар донъя түңәрәк булып тойола.

Ауыл ерендә балалар баҡсалары тулы тормош менән йәшәй икән, был шатлыҡлы күренеш. Ҡауарҙы ауылында айырым бинала урынлашҡан балалар баҡсаһы йәмле генә ерҙә әллә ҡайҙан күҙгә ташланып ултыра. Көҙ үҙен һиҙҙертһә лә, сәскәләрҙең байтағы үҙ сағыулығын юғалтмаған әле. Тарихи ҡомартҡы булараҡ Ленин бабайҙың һыны ла һәр кемде ҡаршы алып, оҙатып ултыра. Бинаға үтеүгә балалар кем уҙарҙан һаулыҡ ҡушып, ят кешеләрҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәргәндән һуң, тәрбиәселәренең күҙенә баға. Йәнәһе: “Былар кем, нимә эшләп йөрөйҙәр?” Тәрбиәселәр балаларҙы бер ҡараштан уҡ аңлап, көтөлмәгән ҡунаҡтар менән таныштыра.
Ҡауарҙыла 1989 йылдан эшләп килгән “Йәншишмә” балалар баҡсаһында 3 йәшкә тиклемге кескәйҙәр һәм 3 йәштән 7-гә тиклем өлкәндәр төркөмө булып, бөгөнгө көндә бөтәһе 40 бала йөрөй. Был һан йәштәрҙең ауылды үҙ итеүен, төпләнеүен дә күрһәтеп тора. Ә ауыл буйынса мәктәпкәсә йәштәге 54 бала иҫәпләнә.
Балалар баҡсаһында татыу, бер-береһен аңлап, ярҙам итеп эшләүсе ун кешенән торған берҙәм коллектив тупланған. 1994 йылдан бирле бында өлкән тәрбиәсе булып Анжелика Шәүкәт ҡыҙы Исхаҡова эшләй. Тәрбиәселәр кескәйҙәр төркөмөндә Айгөл Марат ҡыҙы Ваһапова, өлкәндәрҙә Нәсиә Мәжит ҡыҙы Абдуллина, тәрбиәсе ярҙамсылары Лира Миңлеәмир ҡыҙы Исхаҡова менән Рәйсә Сабит ҡыҙы Сурағолова балаларҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы, күңелле, матур үтһен өсөн бар көсөн һала. Балаларға тәмле аш-һыуҙы ашнаҡсылар Альмира Юламанова менән Миңзилә Сөләймәнова апайҙары көн дә “телеңде йоторлоҡ” итеп әҙерләй. Төрләндереп бешерелгән ризыҡтарҙы балалар ҙа яратып ашай. Ә инде Винера Аҡмырҙина апайҙары йоҡо бүлмәһендәге түшәк кәрәк-ярағын һәм бөтә әйберҙәрҙе тап-таҙа итеп йыуып, үтекләп ҡуя. Бүлмәләрҙә йылылыҡты тәьмин итеүгә һәм бинаға күҙ-ҡолаҡ булып тороуға Зөлфәр Сурағолов менән Мәхәмәт Исхаҡов яуаплы. Тәрбиәсе Әлфиә Ғәлина менән ашнаҡсы Алһыу Мөхәмәтдинова әлеге мәлдә бәләкәй балалары менән ялда икән.
Балалар баҡсаһына 2017 йылда капиталь ремонт үткәреп, матурлап ҡуйғандар. Бында шарттар ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай, иң мөһиме - һыу, газ үткән. Үҙ баҡсаларында йыл да бәрәңге лә сәсәләр, уны һатып, кухня өсөн кәрәк-яраҡ алалар.
- Атай-әсәйҙәр беҙҙең беренсе ярҙамсыларыбыҙ. Өмә булһынмы, бәрәңге сәсеү, ҡаҙыу булһынмы, бөтә эште бергә башҡарабыҙ. Мәктәп директоры Фәймә Рәжәп ҡыҙы Зөлҡәрнәйева менән бер төптән, аңлашып эшләйбеҙ. Марат һәм Фуат Латиповтарға рәхмәтлебеҙ, улар бер үтенесте лә кире ҡаҡмай. Балалар тейешле тәрбиә алһын өсөн барыһы ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп тора. Төрлө конкурс, ярыштарҙа балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә ҡатнашабыҙ. Балаларҙы халыҡ йолалары, әйтемдәре аша тәрбиәләргә тырышабыҙ. Һуңғы ваҡытта Интернет, телефон шауҡымы балаларҙа үҙен һиҙҙерә башланы, үҙ-ара русса аралашалар. Кескәйҙәр зирәклектәре, үткерлектәре менән дә айырылып тора. Хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы йыл да тип әйтерлек Ололар көнөнә саҡырабыҙ. Хәҙер ветерандарыбыҙ ҙа арта, коллектив яйлап йәшәрә, - тип һөйләп үтте өлкән тәрбиәсе Анжелика Шәүкәт ҡыҙы балалар баҡсаһы менән таныштырып.
Балалар баҡсаһында балаларға үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәте нигеҙҙәре лә һалына. Мәктәпкә әҙерләүҙән тыш бында уларҙы шәфҡәтлелеккә һәм изгелеккә өйрәтәләр, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр менән таныштыралар. Өлкән төркөмдәгеләргә милли кейемдәр ҙә тектергәндәр. Айгөл Марат ҡыҙы бейеү серҙәренә төшөндөрһә, Нәсиә Мәжит ҡыҙы баянда уйнап, йыр-моңға һөйөү уята. Кескәй генә бала йөрәгендә осҡон ҡабыҙып, тәрбиәсе өйрәткән тәүге йыр-бейеү уларҙың күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ. Һәр ваҡыт атай-әсәйҙәрҙең оло терәге, киләсәк быуындың лайыҡлы тәрбиәселәре булып ҡалығыҙ, “Йәншишмә”ләр!

Читайте нас: