-Ҡышҡы туризм буйынса уҡыусылар командаһы менән саңғыла Белорет, Мишкә райондарында, йәйге туризмда Учалы, Асҡын райондарында, бөтә Башҡортостан буйлап йөрөнөк тиһәң дә була. Сәфәрҙәребеҙ, әлбиттә, район хакимиәтенең спорт комитеты тарафынан ойошторола ине. Программаға ярашлы команда төҙөп, уҡыусыларҙы спорт туризмына йәлеп итеп килдек. Красноусолдағы 3-сө мәктәптең тарих уҡытыусыһы, хәҙер хаҡлы ялдағы Татьяна Николаевна Сухорукова мәктәптә спорт туризмын үҫтереү өсөн бар яҡлап ярҙам итте. Ҡайҙалыр барғандан һуң стена гәзиттәре сығара торғайныҡ. Бәләкәйҙән спорт туризмын үҙ иткән Виктория Батыршина менән хәҙер коллегаларбыҙ, - ти спорт туризмы тураһында Красноусолдағы 3-сө мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Ришат Рәфит улы үткәндәрҙе иҫкә алып.
Спорт туризмының төрлө йүнәлешен өйрәнгән Ришат Иждиһатов, әле лә ғаиләһе менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә, унда йәйәү йөрөргә ярата. Быйыл да ҡыҙҙары Айгүзәл менән Айһылыу ялға ҡайтҡанда Ҡуйлытамаҡтан Таш-Аҫтына тиклем кәмәлә йөҙөп төшкәндәр. Дүрт көн буйы тәбиғәт матурлығына һоҡланып сәйәхәт ҡылғанда, киләсәктә ғаилә туризмын туҡтатмаҫҡа кәрәк тигән маҡсат та ҡуйған үҙенә.
Беҙҙең район үҙенсәлекле тәбиғәте менән айырылып тора, киләсәктә туризмдың ныҡлы үҫеш алырына ышаныс та ҙур.