+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 18:05

Красноусолдағы 1-се мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” асылды

29 сентябрҙә ил буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен асыу Бөтә Рәсәй марафоны үтте.

29 сентябрҙә ил буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен асыу Бөтә Рәсәй марафоны үтте.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә сентябрҙә бөтә илдә һанлы һәм гуманитар белем биреү профилле 2951 “Үҫеш нөктәһе” асылды. Шуларҙың 42-һе – Башҡортостанда.
Бөгөн районда ошондай үҙәк Красноусолдағы 1-се мәктәптә асылып, уҡыусылар һанлы һәм гуманитар йүнәлештә заманса белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Улар “Робототехника”, “Мәктәп телевидениеһы”, “Хәүефһеҙлек мәктәбе”, “Йәш информатик”, “3D моделләү”, “Легоконструкторлау”, “Сәнәғәт дизайны”, “Шахмат ҡунаҡханаһы” модулдәре буйынса эшләйәсәк.
#миллипроекттар
#нацпроекты
Читайте нас: