+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 19:10

62 йыл бергә

86 йәш менән барған Риф Мөхәмәт улы Исҡужин Ибраһим ауылында иң оло кешеләрҙән һанала. Ул Мөхәмәтдин менән Гөлниса инәйҙең балаларының иң кесеһе булып донъяға килә. Ағалары Ғелметдин, Әхмәтдин, Рөфҡәт күптән инде гүр эйәләре.

Риф ағай менән Менеүәрә еңгә 62 йыл бергә татыу ғүмер итеп, 4 ул, 1 ҡыҙ үҫтереп оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Улдарының дүртеһе лә аталары һымаҡ механизатор һөнәрен һайлағандар һәм тыуған ауылында төпләнеп, ауыл ҡыҙҙарына өйләнеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, мал-тыуар аҫрап, матур итеп донъя көтәләр.
Менеүәрә еңгә лә 82 йәш менән бара, ул әле лә йәш саҡтағы кеүек теремек, егәрле, йүгереп йөрөп ашарға әҙерләй, ҡош-ҡортон, һарыҡтарын ҡарай.
Риф Мөхәмәтдин улы ауылда мәктәпте тамамлағас, Табын МТС-ында уҡып, тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Калугала 3 йыл әрме хеҙмәтендә булып ҡайтҡас, колхозда ниндәй эш ҡушһалар, шуларҙың барыһын да эшләй. Ул ваҡытта эш шарттары бигерәк насар, ауыр була.
- Көнөнә 2-шәр рейс шәкәр заводынан фермаға жом ташый инем, асыҡ кабинала һыуыҡ, йүнле өҫ кейеме юҡ, иҫке фуфайка ла, аяҡта итек, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы. - 35 йыл механизатор булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым, бына, Аллаға шөкөр, ғүмер бөтмәгәс йәшәп ятабыҙ, үҙ аяғымда йөрөйөм, иҫем дөрөҫ, балалар хәл белешеп торалар, ярҙам итәләр.
Иң оло улдары Таһирға 61 йәш, тормош иптәше Флүзә менән 2 бала тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтыралар, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып үҙҙәре бәхетле олатай менән өләсәй хәҙер. Ҡыҙҙары Рисәлә ашнаҡсы, Туймазыла иптәше Фәнил менән 3 ҡыҙ үҫтерәләр. Урал урта мәктәпте тамамлағас, атаһы юлынан китә, колхозда тракторсы, бөгөнгө көндә "Урожай" хужалығында эшләй. Ҡатыны Гөлүзә уҡытыусы, өс ҡыҙҙары бар.
Ғәзинур ҙа механизатор һөнәрен үҙләштерә, тыуған ауылында колхоз бөткәс бөгөнгө көндә ҡырға йөрөп, комбайнда иген һуға, ер һөрә. Тормош иптәше Лиза менән 2 ҡыҙ, 2 ул тәрбиәләйҙәр, уларҙы уҡытып, оло тормош юлына баҫтыралар.
Иң бәләкәйе Зиннурға ла 53 йәш хәҙер. Ҡатыны Рау-шания менән 1 ҡыҙ, 2 ул тәрбиәләйҙәр. Ауылда эш булмау сәбәпле, Зиннур 2 улы менән ҡырҙа шофер булып эшләп йөрөйҙәр. Оло улдары Динар олатаһы янында өй һалып, ғаилә ҡороп, күҙ-ҡолаҡ булып йәнәшә йәшәйҙәр.
Риф ағай менән Менеүәрә еңгә балаларын үҫтереп, оло тормош юлына сығарыу өсөн күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәндәр, көс һалғандар. Малайҙарҙы әрме сафына оҙатып, ҡаршы алғандар, һәр береһенә туйҙар яһап өйләндереп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәләр.
-Бөгөнгөләй хәтеремдә, бәләкәй булһалар ҙа үҙ-ара уҙышып утын ярып, миңә ярҙам итәләр ине. Ул ваҡытта мин колхоз эшенән тыш 20 йыл мәктәптә йыйыштырыу-сы булып эшләнем. Таңдан тороп мейестәрҙе яғып, дәрес башланғансы кластарҙы йылытырға кәрәк, һыу утын янмай теңкәгә тейә ине. Ҡайтып һыйыр һауырға, балаларҙы ашатып мәктәпкә, аталарын эшкә оҙатырға, унан һуң үҙемә колхоз эшенә сығып китергә кәрәк, нисек өлгөргәнемдер, - ти Менеүәрә еңгә. -Аллаға шөкөр, хәҙер шуның емешен татыйбыҙ, балалар аталарының олпат юбилейын, минең 80 йәшемде лә матур итеп үткәрҙеләр, көн дә хәлебеҙҙе белешеп, ярҙам итеп торалар.
Ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп бергә уҙған Риф Мөхәмәтдин улы менән Менеүәрә Рамаҙан ҡыҙы 15 ейән-ейәнсәргә, 21 бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, иҫәнлектә-һаулыҡта, балаларының уңыштарына шатланып, тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәйҙәр. Ололар көнө менән ҡотлап, бәхетле ҡартлыҡта оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйем.
Әлфиә Исҡужина, хеҙмәт ветераны.
Еҙем-Ҡаран ауылы.
Читайте нас: