+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 12:25

Яҙмыш китабы

"Һәр бер кешенең ғүмере - үҙе бер китап",- ти ололар. Берәүҙәрҙең яҙмыш китабы сифатлы ҡағыҙҙа төпләнеп, төрлө биҙәктәр менән биҙәлгән булһа, икенселәрҙең, киреһенсә, китап биттәрендә бары тик ҡара хәрефтәр генә теҙелеп китә...

Хозур тәбиғәтле урында урынлашҡан Юлыҡ ауылында йәшәүсе ҡарт өләсәйем (олатайымдың әсәһе) Хәбирә Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваның яҙмыш китабы ана шул икенселәр рәтендәлер, моғайын. Уның бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Уға 8 йәш тулғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм атаһы Әхмәт Ҡондоҙ улы ауылдан тәүгеләрҙән булып һуғышҡа китә. Ул Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһына эләгеп, 1942 йылдың мартына тиклем Дим станцияһында хәрби әҙерлек үтә. Әсәһе Сабира береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән тороп ҡала.
- Әсәйем ваҡ-ваҡ итеп бәрәңгеләрҙе турай ҙа мейестә киптерә. Һуңынан уларҙы тоҡҡа тултыра. Тоҡто һәм үҙе бәйләгән бейәләй, башалтайҙар һалынған төйөнсөгөн алып ат менән атайым эргәһенә бара торғайны. Энем Камилға ул саҡта ни бары 5-6 ай самаһы булғандыр, уға ондан бутҡа бешереп ашатҡанымды хәтерләйем, - тип һөйләй ҡарт өләсәйем.
- Ауылда ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, ҡатын-ҡыҙҙар һыйыр менән ер һөрөп, иген сәсте, ураҡ урҙы, бесән сапты. Ә беҙ, бала-сағалар уларға ярҙам иттек, башаҡ йыйҙыҡ,- тип хәтер йомғағын һүтеүен дауам итә ул.
Ҡарт өләсәйем бары тик 5 класс ҡына тамамлаған. Атаһы һуғыштан әйләнеп ҡайтһа ла, уның уҡырға бөтөнләй мөмкинлеге булмаған. "Өҫкә кейергә кейем, ашарға аҙыҡ булманы,"- ти ул көрһөнөп. 18 йәшендә ҡарт өләсәйем ауылдашы Рәшит Яҡшыбаевҡа тормошҡа сыға. Биш бала үҫтерә улар. Тик балаларын бергә-бергә үҫтерергә насип булмай, ҡарт олата-йым йәшләй генә донъя ҡуя...
Ни тиклем генә ауыр булмаһын, ҡарт өләсәйем бөгөлөп төшмәй. Бесән саба, утын әҙерләй, балаларын да тәрбиәләй, колхоз баҫыуында сөгөлдөр үҫтерергә лә өлгөрә. Балаларын бер ниндәй ярҙамһыҙ уҡытып, аяҡҡа баҫтыра, туйҙар яһап, башлы-күҙле итә. Ҡарт өләсәйемә хәҙер 88 йәш, ул 11 ейән-ейәнсәр, 9 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан өләсәһе. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, дәртләнеп донъя көтә, ауылда ихтирамлы ағинәйҙәрҙең береһе. Уның намыҫлы эше "Хеҙмәт ветераны" миҙалы менән баһаланған. Ҡарт өләсәйем гөлдәр үҫтерергә ярата, уның тәҙрә төптәрендә ниндәй генә гөлдәр күрмәҫһең! Бешергән аштарының тәмлелеген әйтеп тораһы ла юҡ, ә инде күпереп бешкән икмәге телеңде йоторлоҡ! "Иртә торһаң - ит бешә, йоҡлап ятһаң - бит бешә" - ти ул. Йоҡлап ятҡанды бер ҙә яратмай, үҙе лә бик иртә тора.
Тауыҡ себештәрен ашарға саҡырып, улар менән һөйләшкәнен күҙәтеп торорға яратам мин. Ҡайһы саҡта тыйылмай, шарҡылдап көлөп ебәрәм."Улар ҙа һөйләшкәнде аңлайҙар, тере йәнлеләр бит,"-ти ҡарт өләсәйем. Биттәре йыйырсыҡтар менән һырланһа ла, әле лә сибәр минең ҡарт өләсәйем. Уның һөйәлләнеп ҡатҡан бәләкәй генә ҡулдарын усыма алып, "Ысынлап та, кеше яҙмышы - үҙе бер китап икән,"- тип уйлап ҡуям.
Азалия Моратшина.
Красноусол ауылы.
Читайте нас: