+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 14:00

Алмаларҙың өлгөргән сағы...

Кеше ғүмер үренә артылған һайын, артҡа боролоп ҡарап, үткәндәрен иҫкә алып, өлөшөнә төшкән тормош юлын барлай, йөрәктә уйылып ҡалған шатлыҡлы һәм һағышлы мәлдәрен күҙ уңынан үткәреүсән. Яугилде ауылында йәшәүсе Хөмәйрә Әхмәдиә ҡыҙы Ғәлиәхмәтованың да ошо сағыу алтын көҙ мәлендә үҙенең күркәм юбилей йәшенә аяҡ баҫасағын ишеткәс, ғүмер йомғағын бергәләп тағатырға уларға юлландыҡ.

Ғәлиәхмәтовтарҙың йорто һабантуй, ауыл байрамдарында “Өлгөлө йорт” тип билдәләнеп килһә, үҙҙәре лә хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт юлы үткән кешеләр. Хөмәйрә апай Һабай, Ерек медпунктында эшләп хаҡлы ялға сыҡһа, мәрхүм Рәжәп ағай Социалистик ярыштар еңеүсеһе, орденлы алдынғы механизатор булған. Барыһы ла кисә генә кеүек булһа ла, күпме йылдар, көндәр маңлайҙарға үҙ эҙен һалып үткән.
Сибәр, уңған ҡыҙ Һабай ауылында Хәҙисә һәм Әхмәдиә Аҡкөбәковтарҙың һәйбәт, татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Өйҙә бар эшкә лә өйрәнеп 3 ҡыҙ, 3 малай үҫә. Атаһы өс йыл ярым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, яраланып ҡайта. Аяғынан пуля үткән яугир, аяуһыҙ һыҙланыуҙарҙан йәшләй вафат була. Етеҙ, өлгөр Хөмәйрәне Усолкаға медицина эшенә өйрәнеү өсөн 3 айға уҡырға ебәрәләр һәм бынан ҡайтҡас Һабай ауылында эш башлай. Унда биш йыл эшләгәндән һуң урынына Асия Басированы ҡалдырып, Ереккә эшкә күсә.
- Бысраҡ, юл юҡ, дарыу алырға район үҙәгенә йөрөйбөҙ. Әҙ булһа ла яҡын булыр, юл эсе тип, Ереккә эшкә килдем һәм ошонда 25 йыл эшләнем. Яугилде ауылы фельдшеры Рәмилә Абдуллина менән һәр саҡ килешеп, кәңәшләшеп, бер төптән йөктө тарттыҡ. Әле лә осрашҡанда ул саҡтарҙы йыш хәтерләп алабыҙ. Элек балалар һаны күп ине. Ҡатын-ҡыҙҙар йөклө саҡта уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмау, балаларға ваҡытында прививкалар эшләү һәм башҡалар беҙҙең өҫтә булды. Бер хәл күңелдә уйылып ҡалған, беҙҙең яҡта дизентерия башланды. Сөгөлдөр ваҡыты булғас, әсәйҙәр дауаханаға бармай. Һәр береһен өйҙәренә йөрөп, ҡат-ҡат аңлатып, балалары менән район үҙәгенә ебәрәбеҙ. Был ваҡытта таҙалыҡты ла тикшереп йөрөргә тура килде. Шул осорҙа әсәйҙәрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында бер-ике баланың ғүмере өҙөлдө. Аҙаҡ “Ниңә һеҙҙе тыңламаныҡ икән?”, тип үкенделәр ҙә бит, һуң ине. Шуға ла яҡындарыңдың, үҙеңдең һаулығыңа һәр саҡ яуаплы ҡарарға кәрәк, - ти Хөмәйрә Әхмәдиә ҡыҙы.
Биш бала ҡарап үҫтереп, мал тотоп, донъя көтөүе уға ла еңелдән булмағандыр. Тормош һәр саҡ аллы-гөллө лә тормай, төрлө саҡтарға ла дусар булаһың. Хөмәйрә апай тәүге тормош иптәше менән оҙаҡ тормай, Радик улы бәләкәй саҡта яҙмыш тулҡыны уларҙы ике ярға ташлай. Колхоз механизаторы Рәжәп ағай һөймәлекле, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ Хөмәйрәне үҙенә кәләш итеп һората һәм улар ғаилә ҡороп, өй һалып, дәртләнеп донъя көтә башлай. 1965 йылда мөхәббәт емештәре булып Светлана ҡыҙҙары донъяға ауаз һала. Әле ул Бурлы урта мәктәбендә математика фәненән уҡытҡан тәжрибәле, алдынғы уҡытыусы, бер бала үҫтергән. Ҡыҙҙан һуң атай-әсәйҙе тағы ла шатландырып Руслан улдары тыуа. Ул да Яугилде ауылында кәләше Шәйдә менән матур донъя көтәләр. Дүртенсе Айгөл ҡыҙҙары 2 айлыҡ саҡта сәңгелдәктән осоп төшөп, ғүмерлеккә кеше көнлө булып ҡала. Әсә кеше баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡайҙарға ғына йөрөтмәй ҙә, нисек кенә дауаларға тырышмай. Һөҙөмтәлә, алты йәштә ҡыҙҙары атлап китә. Иң төпсөктәре – Әлиә Яугилделә башланғыс кластар уҡытыусыһы, ул һәм ҡыҙ үҫтерә. 1956 йылғы улы ғына башта Себерҙә, һуңынан Өфөлә йәшәп, былтыр ҡаты ауырыу уны был донъяларҙан алып киткән. Дин тотҡан Хөмәйрә апай хәйерен биреп, доғаларын уҡып тора ғәзиз улына. Балаларының барыһы ла тыуған ауылдарында төпләнеп, янында булыуҙарына һөйөнөп бөтә алмай әсә кеше.
- Йәй көнө эшкә һәр саҡ велосипедта йөрөнөм. Һаулыҡ өсөн уның файҙалы булыуын аңланым. 1985 йылда пенсияға сыҡҡас, Үҙәк район дауаханаһы Йоматауға путевка бүләк итеп, хаҡлы ялға матур итеп оҙаттылар. Ауыл ерендә ни, баҡса ҡарап, ҡош-ҡортоңдо тәрбиәләп ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә. Бына хәҙер ҡасандыр ултыртҡан алмаларым ҡыҙарып бешеп ултыра. Ҡарағаттың өс төрөн үҫтерәм, ҡарағайҙарым төбөндә ял итергә яратам. Китапты бәләкәйҙән күп уҡыным, әле лә уҡыйым. Күршеләрем Лилиә һәм Валерий Миниязовтарға рәхмәт, ныҡ һәйбәттәр, татлы балдан да өҙгәндәре юҡ, - ти ул.
Хөмәйрә Ғәлиәхмәтованы әсе елдәр бөгөргә тырышһа ла, һынмаған-һығылмаған, бары нығынған, ҡатҡылланған. Шуға ла халыҡ дауаһы ысулдарын да күп белә, башҡаларға ла өйрәтә. Шифалы өшкөрөмдәре менән дә, массаж эшләргә лә инәлтеп тормай ул, халыҡ медицинаһынан алынған рецептар буйынса үҙе үләндәрҙән эшләгән дарыуҙарҙы һөртөп, һыҙлаған ерҙәрҙе һә тигәнсе дауалап ала. Тик торорға һис яратмай, компот, ҡайнатмаларын да кемгә нисек оҡшағанса ҡайнатып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйған. Ә инде баҡсалағы һуң өлгөрә торған алмаларҙың ҡып-ҡыҙыл булып, суҡ ултырыуы, әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Алсаҡ, киң күңелле Хөмәйрә Әхмәдиә ҡыҙына ныҡлы һаулыҡта, киләсәктә лә балалар һөйөнөсөндә, көҙгө уңыштарға, атҡан таңдарға ҡыуанып йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Читайте нас: