Уның Башҡорт теле йылына арналып, тап ошо йылда башҡорт телен уҡытыу менән бер рәттән туған телебеҙҙең яҙмышына битараф булмаған мөғәллимдәрҙе бергә йыйыуы икеләтә мәртәбә өҫтәне.
Иң мөһиме беҙҙең өсөн - ул аралашыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу, маҡсаттар билдәләү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү булды.
Уҡытыусылар йыйынында Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров та ҡатнашты. Тәүге форумды ул башҡорт телендә асҡан ғына ине, был юлы тотош сығышы үҙ телебеҙҙә булды. Тәүге форумдағы ҡарарҙарға килгәндә, улар тормошҡа ашырыла башланғаны күренеп тора.
Форумдан матур тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Беренсенән, шуныһы ҡыуандыра - ябай уҡытыусыға ҡәҙер күрһәтелде, икенсенән, бындай форумдар йылына 2 тапҡыр мотлаҡ рәүештә үткәреләсәге тураһында иғлан ителде, өсөнсөнән, мәғариф өлкәһендә шишмәнең башы булған - балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәренә иғтибар биреләсәк.
Телебеҙҙе үҫтереүгә, һаҡлауға этәргес булған был форум минең кеүек башҡа бик күп уҡытыусыларға ла артабанғы эшкә илһам, көс-дәрт биргәндер тип уйлайым.
Гөлсөм МОНАСИПОВА,
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры.